Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛО ҠЫРАҠА, һырт

Просмотров: 1129


ОЛО ҠЫРАҠА, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт, Белорет рнында ята. Рәз һәм Оло Һарғай йй. (Ағиҙел й. ҡушылдыҡтары) араһында субкиңлек йүнәлешендә һуҙылған. Оҙонлоғо 6 км, киңлеге яҡынса 4,5 км, абс. бейеклеге 1008 м. Рельефында һөҙәк тау итәктәре (450—650 м бейеклектә), текә ҡаялы битләүҙәр (750—900 м бейеклектә), бейеклеге 1000 м ашыу булған яҫы түбәләр күренә. Ультраһелтеле тоҡомдарҙан, көнбайыш өлөшө палеозой ҡомташтарынан, һәүерташтарынан һәм эзбиз таштарынан тора. Йылғалар тау араһындағы уйпатлыҡтарҙы 70 м алып 180 м тиклем ҡырҡып аҫҡа төшә, үҙәндәргә күп кенә текә ярлы ҡулауыҡтар хас. Ландшафы тауҙа үҫкән ҡарағай, ҡарағайҡарағас һәм ваҡ япраҡлы урмандарҙан ғибәрәт, түбәләрен һәм көньяҡ битләүҙәрен таулы урмандала биләй, ҡая ташлы үҫемлектәр булған ҙур майҙандар күп. Төньяҡһәм көнсығыш битләүҙәре көтөүлектәр итеп файҙаланыла. Һырттың төньяҡ өлөшөндәге ҡыя һуған популяцияһы — тәбиғәт ҡомартҡыһы.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.04.2023