Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛО ЮШАТЫР, йылға

Просмотров: 1206

ОЛО ЮШАТЫР, йылға, Һайылмыш й. (Һаҡмар й. басс.) уң ҡушылдығы. Күмертау ҡ. составындағы Маячный а. төньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта башлана. БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны, Ырымбур өлк. буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға һәм Һайылмышҡа (тамағынан 55 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 92 км, басс. майҙаны 3393 км2. Ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 13,7 м3/с. Басс. өҫтө убалы, тәпәш ҡалдыҡ тауҙар бар. Ландшафы йыуылған һәм типик ҡара тупраҡтағы төрлө үләнле‑ҡыяҡлы далаларҙан тора; һөҙәк һыу айырғыстарҙа ҡайын сауҡалыҡтары осрай. Басс. күп өлөшө һөрөлгән. Йылғала 2 быуа төҙөлгән. БР терр‑яһындағы ҡушылдыҡтары: уң — Ҡунаҡбай, Ҡаҙлайыр, Оло Көйөргәҙе; һул — Ҡуяныш, Туғыҙтимер, Кесе Юшатыр һ.б.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019