Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӨГӨЛМӘ-БӘЛӘБӘЙ ҠАЛҠЫУЛЫҒЫ

Просмотров: 1216

БӨГӨЛМӘӘЛӘБӘЙ ҠАЛҠЫУЛЫҒЫ, БР терр‑яһында төньяҡ-көнбайышта Баҙы й. түбәнге ағымынан көньяҡ-көнсығышта Дим й. тиклем һуҙылған, көнбайышта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) м‑н сикләнгән. Абс. бейеклеге төньяҡта 200 м, көньяҡ көнсығышта 420 м. Рельефы эрозиялы, йылғалар м‑н ныҡ йырғыланған (йырҙаларҙың уйып инеү тәрәнлеге 100—150 м). Көнбайышта һәм көньяҡта киртләсле битләүҙәре, сағыштырмаса бейеклеге яҡынса 100 м булған конус һымаҡ убалар рәүешендәге ҡая ҡалдыҡтары һәм киң карст түбәнлектәре м‑н яйла һымаҡ түбәләр айырылып тора; төньяҡ һәм көнсығыш битләүҙәре тигеҙ, йылға террасаларына күсә. Терр‑яһы Татар көмбәҙенең көньяҡ-көнсығыш ситенә тура килә. Өҫкө пермь ҡомташы, алевролиты, эзбизташы, доломиты һәм конгломератынан тора. Б.‑Б.ҡ. — Ағиҙел, Кама һәм Волга йй. һыу айырғысы, төньяҡ-көнсығышында Асылыкүл һәм Ҡандракүл бар. Б.-Б.ҡ. Бейек Волга аръяғы урман-дала провинцияһының төньяҡ урман-дала, типик урмандала һәм көньяҡ урман-дала ярым зоналарында урынлашҡан. Киң япраҡлы (имән), ваҡ япраҡлы (ҡайын) һәм киң япраҡлы-ылыҫлы урмандарҙың болонло далалар м‑н аралашып килеүе хас. Тәбиғи үҫемлектәр уба, арҡа һәм һырт битләүҙәрендә һаҡланған. Йәмле ҡылған үҫкән төрлө үләнле далаларҙан һәм миндаль, сейә, селек, урман өрөгө ҡыуаҡтары үҫкән ташлы далаларҙан тора. Ландшафының вертикаль бүленеше һиҙелә: һырттарҙың түбәләре төньяҡ экспозицияның һөҙәк битләүҙәренә һәм һыубаҫар террасаларға ҡарағанда урмандар м‑н нығыраҡ ҡапланған. Һоро һәм ҡараһыу һоро урман тупрағы, серетмә кимәле юғары булыуы, ауыр механик составы һәм эрозия яһалыуы м‑н айырылған көлһыуланған, йыуылған, типик һәм ябай ҡара тупраҡ таралған.

И.М.Япаров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019