Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БУНИН УРМАНЫ

Просмотров: 1041

БУНИН УРМАНЫ, ландшафт заказнигы (1997). Бәләбәй р‑ны Парафеевка а. төньяҡҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта Бөгөлмәәләбәй ҡалҡыулығының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Майҙаны 1,2 мең га. Рельефы яйла һымаҡ, эрозиялы. Б.у. терр‑яһында ҡалҡыулыҡтағы иң ҙур ҡарағай урманы (100 һәм 200 йәшлек ағастар осрай), йүкәлектәр, имәнлектәр, болондар һәм ташлы далалар урынлашҡан. Май ынйы сәскәһе, себер ҡыңғырау сәскәһе, тырса ҡылған, ябай мәтрүш, яҙғы умырзая һ.б. үҫә; БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән дөйә ҡылған, һипкелле глобулярия, эре тәңкәғуҙаҡ һ.б. үҫемлектәр һаҡлана. Һуйыр, ҡоралай, мышы һ.б. йәшәй; көсөгән һәм өкө һаҡлана.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019