Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАННИКОВ Анатолий Петрович

Просмотров: 995

БАННИКОВ Анатолий Петрович (19.1.1942, Өфө — 31.3.1998, шунда уҡ), тренер. Пуля менән атыу б‑са СССР‑ҙың (1980), РСФСР‑ҙың (1979) атҡ. тренеры, СССР‑ҙың спорт мастеры (1963) һәм респ. категориялы судья (1977). Горький һыу транспорты инженерҙары ин‑тын тамамлаған (1981). РСФСР ДОСААФ‑ы, СССР ДОСААФ‑ы атыу клубтарының ситтән тороп үткәрелгән беренселеге чемп. (1963). 1965 й. алып ДОСААФ‑тың Башҡ‑н респ. атыу клубы тренеры, 1974 й. — нач., 1988—89 йй. өлкән тренеры, бер үк ваҡытта 1970—85 йй. БАССР‑ҙың Юғары спорт оҫталығы мәктәбе тренеры, 1994 й. башлап хәҙерге бишбәйге б‑са респ. СДЮШОР‑ы директоры. 1974—80 йй. һәм 1985 й. — РСФСР, 1971—87 йй. БАССР йыйылма командалары тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында В.И.Слинин, И.А.Соколов, ш. уҡ 21 СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1985). 1999 й. алып Өфөлә йыл һайын Б. иҫтәлегенә респ. ярыштары үткәрелә.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: