Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБДУЛЛИН Илгиз Ғәле улы

Просмотров: 1122

АБДУЛЛИН Илгиз Ғәле улы (14.7.1940, Өфө ҡ. — 18.7.2008, шунда уҡ), инженер-механик. Техник фәндәр докторы (1989), профессор (1990). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), СССР‑ҙың юғары белем биреү отличнигы (1983). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) “Гидромеханика” тәжрибә КБ‑нда (Өфө ҡ.) эшләй. 1969—2008 йй. ӨДНТУ‑ла: 1980 й. алып материалдарҙы өйрәнеү һәм коррозиянан һаҡлау кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1994 й. башлап Өҫтәмә профессиональ белем биреү институты директоры. Фәнни тикшеренеүҙәре яғыулыҡ-энергетика һәм машиналар эшләү комплекстарында машина деталдәренең һәм нефть-газ үткәргес торбалар системаһы ҡоролмаларының коррозияға ҡаршы тороуын һәм коррозион-механик сыҙамлылығын өйрәнеү менән бәйле. А. магистраль һәм промысла газ-нефть үткәргестәренә бер юлы коррозия мөхите һәм механик көсөргәнеш тәьҫир иткәндә уларҙың ышаныслы булыуына һәм оҙайлы ваҡыт эшләй алыуына булышлыҡ иткән норматив-техник документтар уйлап таба.

 Х е ҙ м.: Коррозионно-механическая стойкость нефтегазовых трубопроводных систем. Диагностика и прогнозирование долговечности. Уфа, 1997 (авторҙ.); Прогнозирование коррозионно-механических разрушений магистральных трубопроводов. М., 1997 (авторҙ.); Диагностика коррозионного растрескивания трубопроводов. Уфа, 2003 (авторҙ.).

Ю.Р.Абдрахимов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.03.2023