Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АШҠАҘАРСКИЙ Ильясбәк Батыргәрәй улы

Просмотров: 1208

АШҠАҘАРСКИЙ (Ҡудашев) Ильясбәк Батыргәрәй улы [3.3.1884, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Шөңгәккүл станцияһы ҡсб (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 31.12.1942, Ҡазан], театр эшмәкәре, режиссёр, актёр. Хеҙмәт Геройы (1926). “Хөсәйениә” мәҙрәсәһен (1899), Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен тамамлаған (1904).

1906 й. Ырымбурҙа “Фажиғә вә мөсәккин исламия” (“Мосолман драмаһы һәм мелодрамаһы”; ҡара: “Сәйяр”) труппаһын ойоштора. Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында ла үҙешмәкәр театр коллективтарын ойоштора. 1918 й. алып Көнсығыш фронттың 1‑се армияһының төрлө бүлектәрендә ҡыҙылармеецтарҙың концерт төркөмдәренә етәкселек итә, Ырымбур һәм Ҡазан театрҙарында, ТАССР‑ҙың башҡа мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларында эшләй. Режиссёр булараҡ 1906 й. Өфөлә А.Н.Островскийҙың “Белем — яҡтылыҡ, белемһеҙлек — ҡараңғылыҡ, йәки Ҡара эт бәләһе —аҡ эткә” (“Ученье — свет, а неученье — тьма, или В чужом пиру похмелье”) комедияһы б‑са “Ғалимдар һәм наҙандар” (татар теленә үҙ тәржемәһендә һәм редакцияһында) спектакле м‑н тәү башлап сығыш яһай. Ижадында Рәсәйҙәге тәрән соц. үҙгәртеп ҡороуҙар дәүеренең прогрессив идеяларын тормошҡа ашыра. Күбеһенсә урыҫ һәм татар драматургияһы әҫ. — Островскийҙың “Ярлылыҡ ғәйеп түгел” (“Бедность не порок”), А.П.Чехов водевилдәрен һәм сәхнәләштерелгән хикәйәләрен (үҙ тәржемәһе һәм редакцияһында), Н.Кемалдең “Ҡыҙғаныс бала” (“Жалкое дитя”; Ғ.Камал тәржемәһе һәм редакцияһы), Ф.Хәлидиҙең “Мәхрүсә ханым” һәм “Морат Сәлимов”, Я.Вәлиҙең “Оят йәки Күҙ йәше” һәм “Аслыҡ ҡушты” (бөтәһе лә — татар телендә) һ.б. — б‑са спектаклдәр ҡуя. А. үҙ төркөмдәре репертуарындағы төп ролдәре: Чацкий (“Аҡыллылыҡ бәләһе” — “Горе от ума”, А.С.Грибоедов), Хлестаков (“Ревизор”, Н.В.Гоголь), Йөҙкәй (“Ялсы” — “Наёмщик”, Т.Ғиззәт) һ.б. 20—30‑сы йй. урыҫ һәм татар яҙыусылары, композиторҙар әҫәрҙәрен һәм халыҡ көйҙәрен үҙе скрипкала башҡарып (ҡайһы берҙәре граммофон яҙмаһы рәүешендә һаҡланған), әҙәби һәм муз. программалар м‑н концерттар ҡуйып йөрөй.

Әҙәб.: Татар совет театры. Казан, 1975.

Һ.С.Сәйетов, Р.Үтәбай‑Кәрими

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019