Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАБИЧЕВА Таңсулпан Даһи ҡыҙы

Просмотров: 1841

БАБИЧЕВА Таңсулпан Даһи ҡыҙы (15.05.1953, Дәүләкән ҡ.), актриса. Проф. (2005). РФ‑тың (2000) һәм БР‑ҙың (1994) халыҡ артисы, РСФСР‑ҙың (1991) һәм БАССР‑ҙың (1981) атҡ. артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1979). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1974; Р.М.Әйүпов курсы) 2005 й. тиклем БАДТ актрисаһы, бер үк ваҡытта 1984 й. алып ӨДСА‑ла уҡыта, 2001 й. башлап режиссура һәм актёр оҫталығы каф. мөдире, 2005—2006 йй. БР‑ҙың Милли Йәштәр театрының художество етәксеһе.

Б. ижады тасуирлау көсө, юғары актёрлыҡ оҫталығы м‑н ҡылыҡһырлана. Уның Гөльямал (“Гармунсы дуҫ”, Н.Нәжми; дебют, 1974), Зөбәржәт һәм Шәфәҡ (“Ай тотолған төндә”), Һәҙиә (Ғ.Ғ.Шафиҡовтың ш. уҡ исемле пьесаһы) ролдәре драматизм һәм нескә психологик һынланышы м‑н айырыла. Б. ижадында төп урынды сыҙамлы, көслө рухлы ҡатындар образдары биләп тора: Зәмзәгөл (“Йәйәүле Мәхмүт”, М.Кәрим), Мария Тереза (М.Кәримдең “Ярлыҡау” повесы б‑са Р.В.Исрафиловтың ш. уҡ исемле сәхнәләштергән әҫәре) һ.б. Актрисаның комик ролдәре — Диләфрүз (“Диләфрүзгә дүрт кейәү”, Т.Ғ.Миңнуллин), Мөнирә (“Ҡыҙ урлау”, М.Кәрим), Заһира (“Зәңгәр шәл”, К.Ғ.Тинчурин) — халыҡсан юмор һәм гротеск элементтары м‑н айырылып тора. Лирик һәләтле актриса классик драматургиялағы ролдәрендә лә ышандыра: Филумена Мартурано (“Илай белмәгән ҡатын”, Э. де Филиппоның “Филумена Мартурано” пьесаһы б‑са), Диана (“Әкәмәтле һөйөү”, Лопе де Веганың “Бесән өҫтөндәге эт” — “Собака на сене” пьесаһы б‑са) һ.б. Аркадина (“Аҡсарлаҡ” — “Чайка”, А.П.Чехов; Милли Йәштәр театры) һәм Регина Эрнстовна (“Алдан түләйем!”, Н.М.Птушкина) ролдәре актрисаның ҙур ижади уңышы булды.

БАДТ сәхнәһендә Н.Ғәйетбайҙың “Дүрт кешелек табын” (1989), У.Шекспирҙың “Ун икенсе төн” (“Двенадцатая ночь”; 1993) һ.б. әҫәрҙәрен ҡуя. Кино‑ һәм телефильмдарҙағы ролдәре: Гөлбикә (“Алтын атлы һыбайлы” — “Всадник на золотом коне”, Мосфильм, 1980), Килен (“Төпкөлдән төшкән килен”, Баштелефильм, 1986), Һәҙиә (“Башҡортостан” ТРК‑һының ш. уҡ исемле фильмы, 1991). Уҡыусылары: Р.Р.Ҡарабулатов, С.Ф.Хәкимова, А.Х.Әмиров, БР‑ҙың атҡ. артистары Ю.Ш.Ғәйнуллин, А.С.Хәлилов. СССР халыҡтарының Бөтә Рәсәй театр сәнғәте һәм драматургияһы смотры дипломанты (Ленинград, 1982). БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1981).

Хеҙм.: Ғәмәл. Актёр оҫталығы мәктәбе. (1 синыф). Өфө, 2001.

Әҙәб.: Саитов С.С. Тансулпан Бабичева.Уфа, 1995.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Ғ.Ғәлиева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Шәхестәр: