Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЙКОВА Римма Ивановна

Просмотров: 997

БАЙКОВА Римма Ивановна (10.1.1925, Ульяновск ҡ. — 16.7.2019, Өфө ҡ.), актриса. РСФСР‑ҙың (1974) һәм БАССР‑ҙың (1966) атҡаҙанған артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1946). Пенза драма театры эргәһендәге драма студияһын тамамлағандан һуң (1951) Пенза һәм Иркутск драма театрҙары, 1953—96 йй. — Республика урыҫ драма театры  актрисаһы (Өфө ҡ.). Б. ижадында урыҫ театр сәнғәтенең иң яҡшы традициялары кәүҙәләнеш ала. Любовь Шевцова ролендә (А.А.Фадеевтың “Йәш гвардия” — “Молодая гвардия” романы буйынса шул уҡ исемле спектакль; Пенза драма театры, 1947) тәү башлап сығыш яһай. Б. сәхнәлә төрлө социаль ҡатлам һәм әхлаҡи ҡарашлы кешеләрҙең портреттарын ижад итә. Улар араһында А.Н.Арбузов, М.М.Зощенко, В.С.Розов һ.б. пьесаларының героинялары. Б. башҡарыуында башҡорт драматургтары пьесаларының персонаждары үҙенсәлекле һәм тормошсан: Хөрмә (Ә.М.Мирзаһитовтың “Күршеләр” пьесаһы буйынса), Байрамбикә (Һ.С.Сәйетовтың “Ҡарға туйы” пьесаһы буйынса), Туҡтабикә (М.Кәримдең “Ҡыҙ урлау” пьесаһы буйынса) һ.б. Сағыу темперамент һәм тәьҫирлек менән Мирандолина образы (“Трактир хужабикәһе” — “Трактирщица”, К.Гольдони) айырылып тора; камиллыҡ, нескә психологизм менән Өләсәй роле (“Ағастар баҫҡан көйө  үлә” — “Деревья умирают стоя”, А.Касона) иғтибарҙы йәлеп итә. Ольга (“Апалы-һеңлеле өсәү” — “Три сестры”, А.П.Чехов), Глафира (“Бүреләр һәм һарыҡтар” — “Волки и овцы”) һәм Кручинина (“Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” — “Без вины виноватые”; икеһе лә — А.Н.Островский) ролдәрендә актрисаның героиняларының эске донъяһын тәрән аса белеү һәләте асыла. Сталин премияһы лауреаты (1951). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән (1971).

Т.П.Абросимова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.04.2023