Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЙТИРӘКОВА Динора Нурылғаян ҡыҙы

Просмотров: 806

БАЙТИРӘКОВА Динора Нурылғаян ҡыҙы (20.12.1927, Өфө), театр‑йәмәғәт эшмәкәре, театр белгесе. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1984). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1955). Н.‑Ғ.Н.Байтирәковтың ҡыҙы. ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1952; Л.А.Малюгин һәм П.А.Марков курсы) БАДТ‑ның әҙәби бүлеге мөдире. 1955 й. алып Мәскәүҙә: СССР Мәҙәниәт министрлығының Театр һәм муз. учреждениелары баш идаралығы инспекторы, 1961—68 йй. Кремль театрының репертуар‑художество бүлеге мөдире, 1970—87 йй. СССР Мәҙәниәт министрлығының Театрҙар идаралығы театр бүлеге мөдире урынбаҫары һәм мөдире, бер үк ваҡытта 1978—86 йй. Бөтә Союз мәҙәниәт хеҙм‑рҙәренең квалификацияһын күтәреү ин‑тында уҡыта. Башҡортостан һәм СССР‑ҙың башҡа респ. театр сәнғәте һәм драматургияһы т‑дағы мәҡ. авторы. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһын (1955), ш. уҡ тажик (1957), ҡаҙаҡ һәм ҡырғыҙ (1958), үзбәк (1959) әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаларын, Олимпия уйындары (1980) сиктәрендә мәҙәни программалар, Мәскәүҙә 12‑се Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивален (1985) ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ҡатнаша. 1973—83 йй. ЮНЕСКО эргәһендәге Халыҡ‑ара театр ин‑тының “Өсөнсө донъя” ком‑тында (Париж) СССР‑ҙан консультант. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1980).

А.Ҡ.Ҡарабулатова, Г.Ю.Мыздрикова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019