Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӘКЕРОВА Ниса (Миңниса) Миңлевәли ҡыҙы

Просмотров: 847

БӘКЕРОВА Ниса (Миңниса) Миңлевәли ҡыҙы (27.12.1947, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Тимербай а.), актриса. БР‑ҙың халыҡ (1995), БАССР‑ҙың атҡ. (1982) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1976). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1970; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) Салауат драма театры актрисаһы, 1991 й. алып Стәрлетамаҡ драма театрында, бер үк ваҡытта 1992—2007 йй. Башҡ‑н респ. мәҙәниәт техникумы (Стәрлетамаҡ ҡ.) уҡытыусыһы. Ижади эшмәкәрлеген башлағанда үҙен травести амплуаһында күрһәтә: Сәғит (М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са Ғ.Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимовтың ш. уҡ исемле әҫәре), Эсси (“Иблес шәкерте”, Б.Шоу) һ.б. Актрисаның фәлсәфәүи фекерләү, дөйөмләштереү һәләте Үлем (“Ҡанлы туй”, Ф.Гарсия Лорка), Тауҡай (“Онотолған доға”, Ф.М.Бүләков) метафорик образдарында сағылыш таба. Б. ижадына лирик рухлылыҡ һәм үҙ героиняларының эске донъяһына тәрән үтеп инә алыу үҙенсәлеге хас, был һыҙат бигерәк тә Гөлсибәр (“Күктән төшкән бәхет”; дебют, 1970) һәм Хәтирә (“Ҡыҙлы йорт”; икеһе лә — Н.Асанбаев), Маһинур (“Бәхтегәрәй”, Ә.М.Мирзаһитов) һ.б. ролдәрҙә күренә. Актриса репертуарында комик ролдәр ҙә бар: Фатима (“Хужа Насретдиндың биш ҡатыны”, Х.Н.Хәмзә), Рәсимә (“Буш сәңгелдәк”, И.Х.Йомағолов).

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019