Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАРАТАЕВ Иван Михайлович (Бараташвили Иван Мельхиседекович)

Просмотров: 874

БАРАТАЕВ Иван Михайлович (ысын исеме Бараташвили Иван Мельхиседекович; 1739 — 1800 й. һуң), кенәз, дәүләт эшмәкәре. Тайный советник (1797), подполковник (1771). 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, 1768—72 йй. Речь Посполитаяла Бар конфедерацияһын тар-мар итеүҙә ҡатнашыусы. 1754—72 йй. рус армияһында. 1773 й. алып С.‑Петербургта Юстиц‑коллегияла хеҙмәт итә, 1780 й. — Сембер енәйәт эштәре палатаһы, 1787 й. — Өфө ҡаҙна палатаһы рәйесе. 1795—96 йй. Өфө наместниклығы башлығы, 1797—99 йй. Ырымбур граждандар губернаторы. 1798 й. керҙәшлек йәки һатып алыу килешеүҙәре булмайынса башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә йәшәгән бобылдәрҙе, мишәрҙәрҙе һәм типтәрҙәрҙе, Генераль межа үткәреү тамамланғандан һуң, Сенатҡа Ырымбур губ. ҡаҙна ерҙәренә күсереп ултыртыу, улус һәм йорт чиновниктарына аҫаба башҡорттар исеменән ер б‑са килешеүҙәр төҙөү хоҡуғы биреү т‑да тәҡдимдәр ебәрә.

В.Г.Семёнов, В.П.Семёнова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019