Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫ

Просмотров: 2800

БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1919 й. 4 дек. Стәрлетамаҡ ҡ. 1-се Башҡ. дәүләт драма театры булараҡ ойошторола. 1922 й. Өфөгә күсерелә һәм, Үрнәк татар-башҡорт театры м‑н берләштерелеп, Башҡорт дәүләт драма театры исеме бирелә. 1935 й. театр — академия, 1971 й. М.Ғафури исемен ала. 1924—30 йй. составына Башҡорт Күсмә театры инә.

Тәүге художество етәксеһе һәм дир. — В.Мортазин-Иманский, ул 1907 й. алып “Сәйяр”, “Ширҡәт” һ.б. дәүләт театрына нигеҙ һалыусы сәхнә төркөмдәренә етәкс. итә. 20-се йй. башындағы театрҙың художестволы концепцияһы Европа театр ҡанундары, реализмһәм халыҡтеатры поэтикаһы синтезын тәшкил итә. Театр эстетикаһына ш. уҡ 19 б. башындағы театр эшмәкәре А.А.Шаховскийҙың драма һәм драматик сәхнә теорияһы йоғонто яһай. Репертуарға Ф.М.Сөләймәновтың “Салауат батыр”, Ш.Бабичтың “Ғазазил” (В.Мортазин-Иманский инсценировкаһы), М.Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу” (В.Мортазин-Иманский редакторлығында), М.Буранғоловтың “Ашҡаҙар”, Д.Юлтыйҙың “Ҡарағол”, Х.К.Ибраһимовтың “Зөлхәбирә” һәм “Башмағым”, Ғ.Камалдың “Бәхетһеҙ егет”, Ғ.Исхаҡиҙың “Зөләйха”, Ф.Бурнаштың “Таһир менән Зөһрә”, Ф.Сәйфи‑Ҡазанлының “Дошмандар” һ.б. спектаклдәр, ш. уҡ көнүҙәк темаға арналған агитпьесалар инә. Донъя классикаһынан Софоклдың “Эдип батша”, Мольерҙың “Ирекһеҙҙән табип”, Н.В.Гоголдең “Тикшереүсе”, А.В.Сухово-Кобылиндың “Кречинскийҙың туйы” һ.б. әҫәрҙәре сәхнәләштерелә. Труппаның тәүге составы: С.Вәлиев-Сульва, Ғ.Ғүмәрская, М.Ғәйнисламова‑Ҡаҙаҡҡолова, И.Зәйни, М.Иманская, Ғ.Х.Ҡарамышев, Х.Сабитов, Е.СыртлановаШляхтина, Ф.Сәмитова, Р.Урманцева, Ғ.Ғ.Ушанов, Х.Ғ.Әбйәлилев, А.Әбйәлилев, З. һәм Р. Яҡуповтар; ҡуйыусы рәссам С.М.Яҡшыбаев, музыка бүлеге етәкс. Ибраһимов, комп. М.Р.Калиновский.

20-се йй. уртаһынан соц. рев‑ция һәм төҙөлөш образдарын кәүҙәләндереү, совет патриотизмын пропагандалау театр эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше булып тора. Репертуарға М.Ғафуриҙың “Ҡыҙыл йондоҙ”, Д.Юлтыйҙың “Тирмәндә”, Буранғоловтың “Алпамыша” һ.б. күп шаршаулы драмалары инә. Ул ваҡыттағы әҫәрҙәрҙең художестволы‑сәхнә формаһы үҙендә “Станиславский сәнғәтен, Мейерхольд биомеханикаһын, Таировтың неореализмын” фольклор театры традициялары м‑н берләштергән синтетик театр принциптарына тартыла. Баш реж.: Ш.Вәхитов-Шамильский, В.Мортазин-Иманский, М.И.Мутин. Театр труппаһына актёрҙар Х.Бохарский, Д.Р.Дауытова, Б.Ә.Йосопова, Ғ.М.Минһажев, Һ.А.Рафиҡова, Т.Рәшитова, М.Ғ.Хәбибуллин, ҡурайсылар Й.М.Иҫәнбаев, Х.Б.Әхмәтов, йырсы Ғ.С.Әлмөхәмәтов, бейеүсе Ф.Ә.Ғәскәров, рәссамдар Р.И.Ибәтуллин, С.И.Никандров һ.б. килә. 1926 й. Башҡ. сәнғәт техникумында театр бүлеге асылғас, проф. сәхнә эшмәкәрлегенә техникум уҡыусылары З.И.Бикбулатова, Т.М.Бикташева, В.Ғ.Ғәлимов, Б.Ғ.Имашев, А.Ҡ.Мөбәрәков, Ә.С.Садиҡов, Ә.Ғ.Садиҡова, С.Н.Сәйетов, Р.С.Сыртланов, Ғ.Р.Шамуҡов һ.б. йәлеп ителә.

20-се йй. аҙ. — 30-сы йй. башында ВКП(б)-ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты башҡ. милли театрын үҫтереү т‑да ҡарарҙар ҡабул итә, улар сәнғәттә ижт.-сәйәси күрһәтмәләрҙе тәрәнәйтеүгә йүнәлтелә. Сәнғәт тарихына һынылыш йылы булып ингән 1929—30 йй. театр миҙгеле реж. М.Ә.Мәһәҙиевтең реформаторлыҡ эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе була. Ошо ваҡыттан алып театр башҡ. әҙәби теленә күсә, К.С.Станиславскийҙың ижади системаһын ҡабул итә һәм үҙенең социалистик реализмға бирелгәнлеге т‑да иғлан итә. 1930 й. театр Мәскәүҙә СССР халыҡтарының театрҙар һәм сәнғәт олимпиадаһында ҡатнаша. Шул саҡта СССР-ҙың Бәләкәй театры м‑н хеҙмәттәшлек т‑да килешеү төҙөлә. 30-сы йй. театр репертуарында төп урынды совет драматургтарының заман проблемаларын сағылдырыусы әҫәрҙәре биләй. Коллективлаштырыу һәм индустриялаштырыу т‑да пьесалар ҡуйыла: А.М.Таһировтың “Завод” һәм “Үрнәк”, С.М.Мифтаховтың “Һаҡмар”, “Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт”, В.М.Киршондың “Рельстар геүләй”, М.А.Шолоховтың “Күтәрелгән сиҙәм”, ш. уҡ тарихи-революцион пьесалар: П.А.Арский һәм В.Мортазин- Иманскийҙың “Ҡыҙыл Советтар өсөн көрәш”, Ш.Усманов һәм Мәһәҙиевтең “Һуңлаған фарман, йәки Вәлидовсылыҡ”, Вс.Ивановтың “Бронепоезд 14-69”, Н.А.Островскийҙың “Ҡорос нисек сыныҡты”, Н.Иҫәнбәттең “Һижрәт” һ.б. Респ. театр тормошонда Г.Гейне, Гоголь, М.Горький, Лопе де Вега, Мольер, А.Н.Островский, А.С.Пушкин, Фирҙәүси, У.Шекспир, Ф.Шиллер һ.б. классиктарҙың әҫәрҙәрен сәхнәләштереү һиҙелерлек ваҡиға була. 20-се йй. аҙ. — 40-сы йй. уртаһында репертуарҙа башҡ. халҡының тарихын сағылдырған пьесалар мөһим урын биләй: В.Мортазин‑Иманский, Сөләймәнов һәм Д.Юлтыйҙың “Салауат һәм Пугачёв”, Х.Ғ.Ғәбитовтың “Ынйыҡай менән Юлдыҡай”, Буранғоловтың “Башҡорт туйы” һәм “Шәүрә килен”, Мифтаховтың “Зимагорҙар”, Б.Бикбайҙың “Ҡарлуғас”, М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са Ғ.Әмири һәм Ғәлимовтың ш. уҡ исемле пьесалары. Ошо осорҙа театрға актёрҙар Ф.М.Ғәлимов, З.С.Иғдәүләтов, Ф.М.Камалетдинова, Х.И.Ҡудашев, Мөбәрәков, Ғ.З.Сөләймәнов, Р.Фәйзи, Л.А.Әхтәмова, Р.С.Янбулатова һ.б.; ҡуйыусы рәссамдар М.Н.Арыҫланов, Ғ.Ш.Имашева; комп. М.М.Вәлиев, Т.Ш.Кәримов, К.Й.Рәхимов килә. Театрҙа реж. Х.Бохарский, В.Ғ.Ғәлимов, Имашев эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында БАДТ сәнғәте сағыу патриотик яңғыраш ала. Театрҙа С.Агиштың, Б.Бикбайҙың, Ғ.Ғүмәрҙең, Ибраһимовтың, С.Кулибайҙың һ.б. бер актлы пьесалары ҡуйыла; Совинформбюро сводкалары сәхнәләштерелә. Коллектив саҡырыу пункттарында, хәрби частарҙы формалаштырыу урындарында, эшелондарҙа, вокзалдарҙа, госпиталдәрҙә сығыш яһай. Һуғыштың тәүге көндәренән сәхнәлә 1941 й. Мәскәүҙә Башҡ. әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында күрһәтергә әҙерләнгән спектаклдәр ҡуйыла: Б.Бикбайҙың “Салауат”, Н.Ф.Погодиндың “Мылтыҡлы кеше”, Р.Ниғмәтиҙең “Ағиҙел ярында”, Ф.Вольфтың “Профессор Мамлок”, Ҡ.Даяндың “Таңсулпан”, Буранғоловтың “Башҡорт туйы”. Р.Ниғмәтиҙең “Урман шаулай”, К.Мәргән һәм В.С.Кедровтың “Яу”, Б.Бикбайҙың “Бер ата балалары”, Мөбәрәковтың “Һүнмәҫ йөрәктәр” һәм “Бисәкәй”, Л.М.Леоновтың “Ябырылыу” һ.б. спектаклдәре фронттағы хәл-ваҡиғаларға, тыл тормошона арнала.

30-сы йй. аҙ. — 50-се йй. башы — БАДТ үҫешендә ауыр йылдар. Бихисап сәхнә һәм драматургия оҫталарының ғүмерен ҡыйған сәйәси репрессиялар, Б.В. һуғышы театр эшмәкәрҙәре һалған эстетик тенденцияларға ҙур зыян килтерә. Был йылдарҙа театрҙың художество етәкс. Х.Бохарский, Ҡ.Ғ.Бәкеров, Имашев һәм Мөбәрәков була. 30‑сы йй. аҙ. башланған репертуарҙы һәм сәхнә телен “таҙартыу” сәйәсәте сәнғәттәге “буржуаз милләтселек”, “космополитизм”, “формализм” кеүек күренештәргә ҡаршы көрәш лозунгылары аҫтында һуғыштан һуң яңы көс м‑н тоҡанып китә. Респ. партия органдары ҡушыуы б‑са репертуарҙан Б.Бикбайҙың “Салауат” һәм “Ҡаһым түрә, йәки 1812 йыл”, Буранғоловтың “Иҙеүкәй менән Мораҙым”, Ибраһимовтың “Еҙнәкәй”, Р.Ниғмәтиҙең “Ағиҙел ярында” һ.б. спектаклдәре төшөрөп ҡалдырыла. Театр һәм дра матургия ориентиры итеп “конфликтһыҙлыҡ теорияһы” алына, илдең һәм респ. хужалыҡ тормошондағы тар йүнәлештәргә һәм артыҡ әһәмиәтле булмаған проблемаларға бағышланған “производство пьесалары” өҫтөнлөк итә. Әммә реалистик әҫәрҙәр халыҡтың хеҙмәтсән энтузиазмын сағылдыра, йәмәғәт тормошоноң етди ҡапма‑ҡаршылыҡтарын асып һала: И.Ә.Абдуллиндың “Бажалар”, К.Мәргәндең “Ҡала иртәһе”, Ғ.Ғ.Әхмәтшиндең “Тальян гармун”, Н.Нәжмиҙең “Яҙғы йыр”, М.Кәримдең “Яңғыҙ ҡайын”. А.А.Фадеевтың “Йәш гвардия” (“Молодая гвардия”) романы б‑са В.Ғ.Ғәлимовтың “Батырҙар” исемле үҙ инсценировкаһын сәхнәләштереүе респ. сәнғәт тормошонда ҙур ваҡиғаға әүерелә. Классик драматургиянан М.Горькийҙың “Мещандар”, А.Н.Островскийҙың “Бальзаминовтың өйләнеүе” һәм “Бирнәһеҙ ҡыҙ”, П.Кальдерондың “Мөхәббәт менән шаярмайҙар”, Л.Н.Толстойҙың “Тере мәйет” пьесалары сәхнәләштерелә. Мәскәүҙә уҙғарылған Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында Шекспирҙың “Отелло”, А.П.Чеховтың “Ваня ағай”, М.Кәримдең “Яңғыҙ ҡайын”, М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са Ғ.Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимовтың ш. уҡ исемле спектаклдәре ҡуйыла. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа коллективҡа актёрҙар Ғ.А.Арыҫланов, З.Ш.Арыҫланова, Ф.Ф.Вәхитов, Ғ.Ғ.Ғиләжев, И.И.Дилмөхәмәтов, И.Х.Йомағолов, А.З.Нафиҡова, К.Н.Нәзиров, Д.З.Фәйзуллина, Р.М.Әйүпов; реж. Е.А.Бриль, М.И.Каширин, Л.М.Прозоровский; ҡуйыусы рәссам С.М.Кәлимуллин; музыканттар Б.М.Ғайсин, Ә.Д.Ғәлиев, М.А.Рәхмәтуллин килә.

КПСС-тың 20-се съезынан һуң (1956), “оттепель” йылдарында, БАДТ үҙ аллы репертуар сәйәсәте алып барыуға уңышлы аҙымдар яһай. 1956— 71 йй. коллективҡа баш реж. В.Ғ.Ғәлимов етәкс. итә. Ул ҡуйған “Айгөл иле”, “Ҡыҙ урлау”, “Йырланмаған йыр” (барыһы ла — М.Кәрим), “Ул ҡайтты” (Ә.Ҡ.Атнабаев) һ.б. спектаклдәр башҡ. халҡының тарихи яҙмышына, ҡараштарына һәм рухи донъяһына арнала. Ошо йылдарҙа үҙенең спектаклдәрендә урыҫ реалистик мәктәбенең иң яҡшы традицияларын, донъяуи сәхнә сәнғәтенең алдынғы тәжрибәһен сағылдырған реж. Ш.М.Мортазинаның ижады сәскә ата. Мортазина сәхнәләштергән Н.Асанбаевтың “Рәйсә”, И.Ә.Абдуллиндың “Бер мөхәббәт яҙмышы”, А.Х.Абдуллиндың “Онотма мине, ҡояш!”, “Ай тотолған төндә” спектаклдәре үҙенсәлекле ҡуйылыш м‑н айырылып тора. Уның классик драматургия әҫәрҙәре б‑са ҡуйылған спектаклдәренә характерҙарҙы тәрән психологик анализлау, бай образлылыҡ, сәхнә күренештәренең юғары дөйөмләштерелеүе хас: А.Н.Островскийҙың “Һуңғы ҡорбан”, Шекспирҙың “Макбет” һәм “Ромео һәм Джульетта”, Вольтерҙың “Мөхәммәт, йәки Нур һәм гүр”, Чеховтың “Иванов”. 50-се йй. уртаһынан БАДТ-ла актёрҙар составы тамырҙан яңыра. 1959 й. театр труппаһына ГИТИС-тың башҡ. студияһын тамамлаусылар Ә.Ғ.Абдразаҡов, З.Ҡ.Атнабаева, В.С.Кәримов, Р.Ш.Кәримова, Ф.Ҡ.Латипова, Г.А.Мөбәрәкова, Ш.Р.Рәхмәтуллин, М.Ғ.Солтанов, Х.А.Сәғитов, Г.Б.Сәғитова, М.З.Һөйәрғолов, Х.Ғ.Яруллин ҡабул ителә. 60‑сы йй. коллективҡа Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаусылар килә: Ә.Ә.Абушахманов, И.Ғ.Вәлиев, З.С.Вәлитов, Ф.С.Ғафаров, Ә.Х.Дибаев, Н.И.Ирсаева, Х.К.Минһажева, Р.И.Мозаһитов, С.Ғ.Сираева, Р.Ғ.Сәйфуллина, Ғ.Ғ.Фәхриев, Л.М.Фәхриева, Р.И.Хисамова, Т.Д.Хисамова, Ә.Р.Хөсәйенов. Сценография өлкәһендә Р.М.Арыҫланов, А.Л.‑Х.Ғиләжев, Т.Ғ.Йәнекәев эшләй. Музыкаль бүлекте комп. Кәримов, Ш.З.Ҡолбарисов, Р.М.Хәсәнов етәкләй.

70—80-се йй. — заман темаларын күтәргән пьесаларҙы ҡуйыу осоро. Тормошсан характерҙар, йәмғиәтте борсоған әхлаҡи-этик проблемалар 1971—81 йй. театрҙың баш реж. Л.В. Вәлиев тарафынан ҡуйылған спектаклдәрҙә сағылдырыла: И.Ә. Абдуллиндың “Тиле йәшлек”, “Әсә, Ер-әсә” [С.Т.Айытматовтың “Әсә яланы” (“Материнское поле”) повесы б‑са инсценировка], Н.Асанбаевтың “Зәйтүнгөл”, Н.Нәжмиҙең “Ҡыңғыраулы дуға”, М.Х.Садиҡованың “Бергенәм- гөлгөнәм” пьесалары. Вәлиев сәхнәләштереүендәге Н.Асанбаевтың “Ҡыҙыл паша” пьесаһы Халыҡ-ара театр фестивалендә күрһәтелә (Дәмәшк, 1986), “халыҡтар араһындағы тыныслыҡ һәм тыныс хеҙмәттәшлек сәйәсәтен тормошҡа ашырғаны” өсөн театр йәмәғәтселегенең юғары баһаһын ала. Реж. В.К.Сәйфуллин театрҙың ижади эшмәкәрлегенә Г.А.Товстоноговтың ижади принциптарын индерә: Атнабаевтың “Балаҡайҙарым”, Т.Ғ. Миңнуллиндың “Ай булмаһа, йондоҙ бар”, А.Ф.Коломиецтың “Ҡырағай фәрештә” (“Дикий ангел”) пьесаһы б‑са “Ата йорто”. Дәүер проблемалары, йәмғиәттең рухи йәһәттән ярлыланыуын баһалау кеүек төшөнсәләр уның әхлаҡи- этик темаға арналған эштәрендә сағыла: Ә.М.Мирзаһитовтың “Ғүмер ике килмәй”, Ғ.Ғ.Шафиҡовтың “Операция” һәм “Иҫке фатир”, Ф.В.Богдановтың “Аманатҡа хыянат”, Н.Асанбаевтың “Миләш-Миләүшә”. Был йылдарҙа БАДТ-ла Ғ.Ғ.Ғиләжев, Әйүпов, башҡа төбәктәрҙән саҡырылған режиссёрҙар эшләй. СССР-ҙа Польша драматургияһы фестивале (1976) сиктәрендә Польша реж. И. Цивиньская БАДТ сәхнәһендә Г.Запольскаяның “Улар дүртәү” спектаклен ҡуя, был эш өсөн театр актёрҙары бихисап наградалар м‑н бүләкләнә. 70‑се йй. театр коллективын Өфө сәнғәт уч‑щеһын һәм ӨДСИ‑не тамамлаусылар тулыландыра: Т.Д.Бабичева, И.И.Ғәзетдинова, Р.Т.Ғәндәлипова, Р.Х.Заһитов, С.Ҡорбанғәлиева, Б.Ғ.Муллабаев, Р.Р.Нәбиуллин, О.З.Ханов. 80‑се йй. уртаһында труппаға актёрҙар Ш.С.Алсынбаев, И.И.Ғүмәров, Ш.И.Дилмөхәмәтова, И.Ә.Йомағолов, Г.Х.Маликова, И.Ш.Сәйетов, Х.Ғ.Үтәшев, М.Ғ.Хәйруллина, Э.Ә.Юнысова һ.б. килә. Рәссамдар Имашева, Йәнекәев эшләүен дауам итә. Спектаклдәрҙе музыкаль яҡтан комп. Р.Х.Ғәзизов, З.Ғ.Исмәғилев, Ҡолбарисов, Хәсәнов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. биҙәй; бейеүҙәрҙе Р.С.Бәҙретдинов, Х.Ф.Мостаев, Т.Ш.Хоҙайбирҙина һ.б. ҡуя. 1981 й. театрҙың баш режиссёры итеп Р.В.Исрафилов тәғәйенләнә. Театрҙа сәхнәләштергән тәүге әҫәрҙәрендә үк ул милли традицияларға һәм классик мираҫҡа һаҡсыл ҡарауы, ш. уҡ ваҡытта ҡыйыу новаторлыҡ идеялары м‑н айырылып тора: А.Ҡотойҙоң “Тапшырылмаған хаттар”, “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!” (М.Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы б‑са инсценировка), И.Ә.Абдуллиндың “Айһылыуҙың айлы кистәре”, Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын”, М.Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” һ.б. 1985—2005 йй. ҡуйылған спектаклдәрҙә йәмғиәттә барған ижт.-сәйәси һәм соц.‑иҡт. үҙгәрештәр (демократик ҡанундар, һүҙ ирке, йәмғиәттәге билдәлелек сәйәсәте) сағылыш таба. Художестволы идеяларҙың һәм сәхнә формаларының берҙәмлеге “Ярлыҡау” (М.Кәрим повесы б‑са), “Ун өсөнсө председатель”, “Һуңғы уҙаман” (икеһе лә — А.Х.Абдуллин) спектаклдәрендә сағыла. Ф.М.Бүләковтың “Ҡанатланып ос һин, Толпарым!” спектакле “Туғанлыҡ” фестивалендә (1991) “Иң яҡшы режиссёрлыҡ эше” һәм “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияларында еңеп сыға. Исрафилов ҡуйған Н.Ғәйетбайҙың “Әстәғәфирулла!”, Ф.Кроммелинктың “Иҫ китмәле мөгөҙлө шәп ир”, Бүләковтың “Һөйәһеңме — һөймәйһеңме?” һәм “Бибинур, ах, Бибинур!” (1996 й. спектакль РФ Дәүләт пр. лайыҡ була) әҫәрҙәре киҫкен сатирик яңғыраш м‑н айырылып тора. Ошо һ.б. сатирик йүнәлешле әҫәрҙәрҙә яңы эксцентрик комедия жанры, ш. иҫ. фарс һәм трагифарс, формалаша, улар постмодернизм йүнәлешендә эшләнгән милли сәхнәнең яңы поэтик һәм стилистик үҙенсәлектәрен билдәләй. Богдановтың “Төнгө ҡунаҡ”, Атнабаевтың “Законлы никах менән!”, Ш.Р.Рәхмәтуллиндың “Әжәлгә дарыу бар, тиҙәр...” һ.б. пьесаларға критик пафос хас. 90-сы йй. аҙ. — 2000 йй. башы — ҡасандыр БАДТ сәхнәһендә барған Н.Асанбаевтың “Рәйсә” һәм “Фәйзи” дилогияһы б‑са “Рәйсә + Фәйзи”, Атнабаевтың “Ул ҡайтты”, Йомағоловтың “Нәркәс”, М.Кәримдең “Ай тотолған төндә”, “Айгөл иле”, “Киске табын”, Н.Ғәйетбайҙың “Шундай оҙаҡ көттөм һине”, Р.Ф.Байбулатовтың “Йәрем минең, Алиһәм!”, Миңнуллиндың “Хушығыҙ!” һ.б. драма әҫәрҙәрен заманса интерпретацияла яңынан сәхнәләштереү осоро. Был йылдарҙа театрҙың художество етәкс. булып Мөбәрәкова (1996—97), А.Ә.Нәҙерғолов (1997—2000) эшләй; ш. уҡ Н.Д.Абдыҡадиров, И.Ғ.Ғиләжев, Б.Н.Ибраһимов, Г.М.Ильясова, Ә.Ә.Нурмөхәмәтов һ.б. спектаклдәр ҡуя. Нәҙерғоловтың эштәре араһында Э.де Филиппоның “Филумена Мартурано” пьесаһы б‑са ҡуйылған “Илай белмәгән ҡатын”, Бүләковтың “Талаҡ, талаҡ!” һәм “...Шайморатов генерал”, С.Й.Латипов һәм Х.Ғ.Фәтихованың “Көнләш, Америка, көнләш!” спектаклдәре айырым урын биләй. Абдыҡадировтың “Сыңғыҙхандың һуңғы төйәге” (үҙе ҡуйған, 2000), Р.М.Кинйәбаевтың “Айғырыңды үтескә бир!” (М.И.Рабинович ҡуйған); “Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” (А.Н.Островский), “Алдан түләйем!” (Н.М.Птушкина; икеһен дә И.Ғ.Ғиләжев ҡуйған) әҫәрҙәре яңыса ҡараш; П.А.Шеин ҡуйған Шафиҡовтың “Аттила”, И.Ғ.Ғиләжев ҡуйған М.Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” һәм А.М. Иҙелбаевтың “Һуңғы ғәйнә”; А.И.Йомағолов ҡуйған И.Х. Йомағоловтың “Сәсәндәр” трагедиялары тарихи процестарҙы һәм быуындар араһындағы рухи бәйләнеште фәлсәфәүи йәһәттән баһалауға ынтылыш м‑н айырылып тора. Тарихи жанрға ш. уҡ Н.Ғәйетбай реконструкциялаған М.Ғафуриҙың “Ҡыҙыл йондоҙ” драмаһы, Н.Асанбаевтың “Әхмәтзәки Вәлиди Туған” героик драмаһы ҡарай. 90-сы йй. коллективҡа актёрҙар Ғ.С.Алтыншин, С.И.Баййегетов, И.Ә.Байымов, С.А.Буранбаева, А.Ф.Ғафаров, А.В.Ғәлина, А.И.Йомағолова, А.Н.Йыһаншин, Х.Ф.Мортазин, Г.Б.Суфиянова, Г.Л.Фәрхиева, С.Ф.Хәкимова, А.Х.Әмиров, Г.И.Әмирова һ.б. килә. Спектаклдәрҙең биҙәлешен комп. Н.Ә.Дауытов, У.М.Иҙелбаев, С.Ә.Низаметдинов, Р.Р.Сәғитов, И.М.Хәлилов, М.Х.Әхмәтов; ҡуйыусы рәссамдар Д.Р.Арыҫланова, Ф.А. һәм Э.Р.Ғиззәтуллиндар, А.Л.-Х.Ғиләжев, Ю.Ш.Нурматов; хореографтар Г.Р.Абсатарова, С.Р.Асҡарова, З.С.Исмәғилев, И.Н.Филиппова һ.б. тормошҡа ашыра. 2000‑се йй. уртаһынан театр сәхнә һүрәтләүенең яңы формаларын һәм сараларын үҙләштерә: Р.Шарттың “Минең ҡатынымдың исеме Морис” эксцентрик комедияһы, К.Кизиның “Кәкүк ояһы өҫтөнән осоу” (“Полёт над гнездом кукушки”) әҫ. б‑са А.Ә.Абушахманов ҡуйған “Кәкүк ояһы” психологик драмаһы, Р.Вальзерҙың “Якоб фон Гунтен” романы б‑са “Сабырҙар һәм сәйерҙәр” заман бәйете. Дин, исламдың әхлаҡи ҡанундары темаһы Атнабаеваның “Өҙөлгән туй”, Миңнуллиндың “Мулла” һәм “Яратыу гонаһмы?” спектаклдәрендә күтәрелә. 90‑сы йй. аҙ. — 2000 йй. башында труппа актёрҙар Ф.М.Аллаярова, И.Ә. Булатов, А.И.Бәхтиева, Ф.Р.Ғарипов, Р.И.Ғәлимов, Р.Р.Динмөхәмәтова, А.Ә.Йәнбәков, Р.Р.Ҡаһарманова, 2007 й. М.С.Щепкин ис. Театр уч‑щеһының маҡсатлы йүнәлеш сығарылышы студенттары Р.М.Баймырҙин, А.З.Кәбиров, М.Р.Сираева һ.б. м‑н тулылана. Спектаклдәрҙе А.Ә.Абушахманов (2005 й. алып — баш реж.), Н.В.Искәндәрова, М.Г. Күлбаев, Р.М.Хәкимов, У.Ф.Әминев ҡуя; художестволы яҡтан — Р.Р. Баймөхәмәтов, Д.П.Хильченко, К.Чарыев; музыкаль яҡтан Иҙелбаев, Ю.Х.Үҙәнбаев һ.б. биҙәй.

БАДТ Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә (Италия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Төркиә һ.б.) гастролдәрҙә була. 2001 й. алып ген. дир. — Г.С.Моратова, 2007 й. — Р.А.Исмәғилев, 2011 й. — Үтәшев. 1922—65 йй. театр БДОБТ бинаһында (ҡара: Аксаков халыҡ йорто) урынлаша, 1965 й. башлап З.Вәлиди урамында үҙ бинаһы бар (1993—2000 йй. реконструкциялана). Бина — 20 б. архитектура ҡомартҡыһы. 1959 й. театр музейы ойошторола. БАДТ Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1970).

Әҙәб.: Зөбәйеров Ә.Ф. Башҡорт дәүләт күсмә театры ауылдарҙа. Өфө, 1928; Мәһәҙиев М.Ә. Театр тураһында: мәҡәләләр йыйынтығы. Өфө, 1962; Кусимова С. Театр юлы=Путь театра. Уфа, 2004; Мортазин В., Ченәкәй Т. Татар театры тарихыннан. М., 1926.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.С.Балтабаева

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.04.2023
Связанные статьи: