Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛО ТАРХАН ҠӘБЕРЛЕГЕ

Просмотров: 856

ОЛО ТАРХАН ҠӘБЕРЛЕГЕ, 8 б. 2‑се ярт. — 9 б. 1‑се ярт. археологик ҡомартҡыһы. ТР‑ҙың Тәтеш р‑ны Оло Тархан а. янында урынлашҡан. 1950 й. А.Х.Халиҡов тарафынан асыла, 1957 й., 1960 й. СССР ФА‑ның Ҡазан филиалы һәм Ҡазан ун‑ты экспедициялары (етәкселәре В.Ф.Генинг, Халиҡов), 1970 й. Е.А.Халиҡова тикшерә. Ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр иҫәбенә инә, 365 ҡәбер өйрәнелгән. Ҡәберҙәр төньяҡ‑көньяҡ йүнәлешендә рәттәр булып урынлашҡан. Мәрхүмдәр мөйөштәре аҙғына түңәрәкләтелгән тура мөйөшлөҡәбер соҡорҙарында салҡан һалып баштарын төньяҡҡа йәки көньяҡҡа бора биреп, көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Оҙон стеналар буйлап баҫҡыс‑киртләстәре булған ҡәбер соҡорҙары осрай. Ерләнгәндәрҙең аяғы осонда йола б‑са күмеү эҙҙәре (ат башы һәм аяҡ һөйәктәре), башы осонда балсыҡ көршәктәр табылған. Керамика түңәрәк төплө көршәккә һәм суйынға оҡшаш һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡәберҙә балсыҡ орсоҡбаштар, тимер энәләр, уҡ башаҡтары, бысаҡтар, ҡылыстар һәм ат егеү кәрәк‑ярағы (өҙәңгеләр, ауыҙлыҡтар), бронза, көмөш һәм быяла биҙәүестәр (беләҙектәр, йөҙөктәр, сулпылар, ҡаптырмалар, һырғалар, муйынсаҡтар) табылған. Ҡомартҡы болғарҙарҙың Урта Волга буйына һәм Кама буйына (ҡара: Волга буйы Болғары) килеп ултырыуын, уларҙың Урал алды, ш. иҫ. Имән киҫкә мәҙәниәте һәм Кушнаренко мәҙәниәте, халыҡтары м‑н үҙ‑ара мөнәсәбәтен сағылдыра. О.Т.ҡ. материалдары ТР‑ҙың Дәүләт музейында һаҡлана.

Әҙәб.: Г е н и н г В.Ф., Х а л и к о в А.Х. Ранние болгары на Волге. М., 1964.

В.А.Иванов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019