Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛО ТИГӘНӘЛЕ ҠӘБЕРЛЕГЕ

Просмотров: 927

ОЛО ТИГӘНӘЛЕ ҠӘБЕРЛЕГЕ, 8—9 бб. археологик ҡомартҡыһы. ТР‑ҙың Алексеевский р‑ны Оло Тигәнәле а. янында урынлашҡан. 1974 й. асыла һәм 1974—75 йй. Ҡазан ун‑ты экспедицияһы (етәкс. Е.А.Халиҡова) тарафынан өйрәнелә, 1979— 82 йй. А.Х.Халиҡов өйрәнә. Ҡурғанһыҙ ҡәберлектәргә ҡарай, 140 ҡәбер өйрәнелгән. Мәрхүмдәр тәрән тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарында салҡан килеш һалып, баштарын көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Баш осонда ҡорбан аҙығы ҡалдыҡтары (ат һөйәктәре) м‑н балсыҡ һауыттар, аяҡ осонда йола б‑са күмеүҙәр (аттарҙың баш һәм аяҡ һөйәктәре) табылған. Оҙон стеналар буйлап баҫҡыс‑киртләстәр булған ҡәбер соҡорҙары осрай. Ҡайһы бер ҡәберҙәрҙә табут ҡалдыҡтары, кейеҙ йәки туҡыма түшәктәр табылған. Керамика баҫып һәм киҫеп эшләнгән биҙәкле түңәрәк төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡәберҙә бронза, көмөш һәм быяла биҙәүестәр (беләҙектәр, сикә сулпылары, медальондар, йөҙөктәр, таралғылар, төймәләр, һырғалар, муйынсаҡтар), тимер уҡ башаҡтары, ҡылыстар һәм ауыҙлыҡтар, һөйәк ян ҡапламалары табылған. Йола маскалары (туҡыманан тегелгән, түңәрәк йәки тура мөйөшлө көмөш күҙлекле) табылған. Ҡомартҡы боронғо венгрҙарҙың Көнбайыш Урал буйына һәм Кама буйына килеп ул‑ тырыу процесын (ҡара: Бөйөк Венгрия) һәм Ҡараяҡуп мәҙәниәте, Кушнаренко мәҙәниәте халыҡтары м‑н үҙ‑ара бәйләнешен сағылдыра. О.Т.ҡ. материалдары ТР‑ҙың Дәүләт музейында һаҡлана.

Әҙәб.: Х а л и к о в А.Х. Новые исследования Больше‑Тиганского могильника //Проблемы археологии степей Евразии: сов.‑венгер. сб. Кемерово, 1984. Вып. 13.

В.А.Иванов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019