Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШҠОРТ ТУЙЫ”, мелодрама

Просмотров: 1371

“БАШҠОРТ ТУЙЫ”, М.А.Буранғоловтың 3 шаршауҙан, 5 күренештән торған мелодрамаһы. 1926 й. яҙылған. Пьесаның композицион нигеҙен башҡ. туй йолалары тәшкил итә. Төп сюжет һыҙығы — Юлдыбай менән Гөлзифаның мөхәббәте. Гөлзифаның ире булыу хоҡуғын яулау өсөн ете ырыу батырҙары көрәштә көс һынаша. Юлдыбай еңә, әммә кантон нач. ҡыҙҙы үҙенең ике туған ҡустыһы Ханнан мырҙаға икенсе ҡатынлыҡҡа бирергә, ә егетте һаҡ аҫтына алырға ҡуша. Асыуланған халыҡ баш күтәрә, Юлдыбай уларҙың башлығы була. Ауыр һынауҙар үтеп, Юлдыбай бала саҡтан уҡ йәрәшкән (ҡара: Бишек туйы) Гөлзифаға әйләнеп ҡайта. Тәүге тапҡыр 1928 й. Башҡорт драма театры сәхнәһендә ҡуйыла (реж. В.МортазинИманский; халыҡ көйҙәрен эшкәртеүсе — И.В.Салтыков; ҡуйыусы рәссамы С.И.Никандров). Төп ролдәрҙә: З.И.Бикбулатова (Гөлғәйшә), Б.Ғ.Имашев (Юлдыбай), Ғ.Р.Шамуҡов (Йәнгилде). 1943 й. тиклем автор тарафынан пьеса бер нисә тапҡыр үҙгәртеп яҙыла, төп геройҙарҙың исемдәре төрлө постановкаларҙа үҙгәрә. 1950 й. тиклем (өҙөклөктәр м‑н) спектакль театр репертуарында төрлө исемдәрҙә йөрөй.

“Б.т.” яңы редакцияһы 1990 й. БАДТ‑ла ҡуйыла (реж. Р.В.Исрафилов, йолаларҙы ҡуйыусы — Р.Ә.Солтангәрәева, ҡуйыусы рәссамы Ғ.Ш.Имашева). Төп ролдәрҙә: Р.Р.Фәхруллина (Гөлзифа), Х.Ғ.Үтәшев (Юлдыбай), З.С.Вәлитов (Йәнгилде). Яңы персонаж — Халыҡ рухы, йәки Театр вәкиле (Солтангәрәева башҡарыуында) индерелә. 1988 й. “Б.т.” Сибай драма театры сәхнәһендә авторҙың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы сәхнәләштерелә (реж. Л.В.Вәлиев). 1991 й. “Башҡортостан” ДТРК ш. уҡ исемле т/ ф төшөрә (сценарий авторҙары Исрафилов, Солтангәрәева, реж. Р.А.Исмәғилев, операторҙары Р.М.Сөләймәнов, Р.Р.Хәйруллин). Төп ролдәрҙә: Э.Ә.Юнысова (Гөлзифа), Үтәшев (Юлдыбай), Вәлитов (Йәнгилде).

Әҙәб.: Буранғолов М.А. Таштуғай: пьесалар. Өфө, 1994; Сказительное и литературное творчество Мухаметши Бурангулова. Уфа, 1992.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.С.Балтабаева

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.10.2019