Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕРЕК-АЛҒА ТОРАҒЫ

Просмотров: 1093

БЕРЕК-АЛҒА ТОРАҒЫ, Алтын Урҙа дәүере археологик ҡомартҡыһы. 14 б. ҡарай. Бәләбәй р‑ны Берек‑Алға а. янында урынлашҡан. 1967 й. Берек‑Алға хазинаһы булараҡ асыла [Аксаков ҡасабаһы (Бәләбәй ҡ.) урта мәктәбе уҡыусылары таба]. 2004 й. БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы һәм файҙаланыу баш идаралығы экспедицияһы (етәкс. А.Ф.Йәминов) тикшерә. 1967 й. балсыҡ көршәктә 6 ҡырлы йыуан сымдан эшләнгән 2 һырға һәм 400—450 көмөш тәңкә табылған (һырға һәм 76 төрлө 159 тәңкә һаҡланған). Иң боронғо тәңкә — Тоҡто хан исеменән 1310/11 й. (710 һижри йыл), иң һуңғыһы Әзиз‑Шәйех хан исеменән 1364/65 й. (766 һижри йыл) һуғылған. Хазиналағы тәңкәләрҙең 0,6%‑ы — Тоҡто хан, 12,6%‑ы — Үзбәк хан, 48,4%‑ы — Жанибәк хан, 38,4%‑ы башҡа хандар идара иткән осорға ҡарай. Гөлистан һәм Һарай әл‑Йәдит (Яңы Һарай) ҡҡ. һуғылған тәңкәләр өҫтөнлөк итә; Һарай әл‑Мәхрүс (Алла һаҡлаған Һарай) ҡ. баҫылғандары ла осрай. 2004 й. 140 көмөш тәңкә табылған: иң боронғоһо — Тоҡто хан исеменән 1310/11 й. (710 һижри йыл), иң һуңғыһы Жанибәк III хан исеменән 1375/76 й. (777 һижри йыл) һуғылған. Бөтәһе лә Гөлистан, Һарай әл‑Йәдит, Һарай әл‑Мәхрүс, Хәрәзм ҡҡ. баҫылған. Табыштар араһында эш ҡоралдары (тимер гарпундар, ҡыпһыуырҙар, салғылар, төрәндәр, бысаҡтар, тишкестәр, балыҡ ҡармаҡтары, ураҡтар, балталар һ.б.), ҡорал (тимер киҫтән, һаҙаҡ ырғағы, ромб рәүешендәге яҫы уҡ башаҡтары һ.б.), биҙәүестәр (бронза беләҙектәр, көҙгөләр, көмөш сымдан һорау билдәһе рәүешендә эшләнгән һырғалар), ат егеү кәрәк-ярағы (ҡаптырма, ҡайыш беркеткестәр, ауыҙлыҡ) бар.

Шулай уҡ элмәле йоҙаҡтар һәм асҡыстар, ҡайсылар, етен һәм йөн тарағы, алтын беркеткесле дүрткел ике гәлсәр ҡаш (Биләр ювелирҙарының эшенә оҡшаш) табылған. Фаразланыуынса, Б.‑А.т. аша каруан сауҙа юлы үткән йәки бында ҙур йәрминкәләр уҙғарылған. Ҡомартҡы материалдары Ғилми-производство үҙәге фондтарында, Милли музейҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Фёдоров‑Давыдов Г.А. Находки кладов золотоордынских монет //Города Поволжья в средние века. М., 1974; Акбулатов И.М., Варваровский Ю.Е. Брик‑Алгинский клад серебряных джучидских монет //Башкирский край. Уфа, 1993. Вып.3; Гарустович Г.Н., Сунгатов Ф.А., Яминов А.Ф. Брик‑Алгинские древности XIV века на западе Башкортостана //Уфимский археологический вестник. Уфа, 2004. Вып.5.

И.М.Аҡбулатов, А.Ф.Йәминов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019