Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОЛҒАРҘАР

Просмотров: 1615

БОЛҒАРҘАР, төрки ҡәбиләләр союзы. Ете йылға үҙәнендә б.э. башында барлыҡҡа килгән тип фаразлана. 4 б. аҙ. һундарҙың Көнсығыш Европа походына йәлеп ителәләр (ҡара: Халыҡтарҙың бөйөк күсенеше). 7 б. тәүге сирегендә Азов й. буйында Б. (барсилдар, уногундурҙар, утиғурҙар) адыгтар, аландар һ.б. ҡәбиләләр м‑н баш ҡалаһы Фанагория булған Бөйөк Болғар дәүләтен төҙөй. 7 б. 2‑се сирегендә Ҡобрат хан етәкс. һәм уның улдары Аспарух, Батбай һәм Ҡутрағ Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйы һәм Түбәнге Днепр буйын яулайҙар. Ҡобрат вафатынан һуң (640 й. тирәһе) хазарҙар ҡыҫымы аҫтында Б. бер өлөшө Аспарух хан етәкс. Балҡанға күсенә һәм 680 й. славяндар м‑н бергә Дунай Болғары (Тәүге Болғар батшалығы) дәүләтен булдыра. Ҡутрағ хан ҡулы аҫтындағы Б. Урта Волга буйына күсенә (Һамар Лукаһына тиклем), унда Имәнкиҫкә мәҙәниәте һәм Кушнаренко мәҙәниәте ҡәбиләләре ҡаршылығына осрай (ҡара: Оло Тархан ҡәберлеге); Батбай хан юлбашсылығында Б. бер өлөшө, ш. иҫ. барсилдар (“көмөш болғарҙар”), Хазар ҡағанатына буйһона. 8 б. 40‑сы йй. барсилдар Волга—Кама һәм Үрге Дон буйына күсенә. 10 б. Б. Кама й. буйында Волга буйы Болғары дәүләтен ойоштора. Б. хужалығының киң таралған тармаҡтарының береһе малсылыҡ һәм һабан игенселеге була. Тимерселек, көршәкселек, зәргәрлек һ.б. кәсептәр үҫешә. Б. Урта Волга буйы һәм Урал алды халыҡтарының (башҡорттар, татарҙар, сыуаштар һ.б.) этномәҙәни үҫешенә йоғонто яһай.

Әҙәб.: Генинг В.Ф., Халиков А.Х. Ранние болгары на Волге. М., 1964; Матвеева Г.И. Могильники ранних болгар на Самарской Луке. Самара, 1997; Багаутдинов Р.С., Богачёв А.В., Зубов С.Э. Праболгары на Средней Волге (у истоков истории татар Волго-Камья). Самара, 1998.

В.А.Иванов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019