Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӘНДӘБИКӘ КӘШӘНӘҺЕ

Просмотров: 1478

БӘНДӘБИКӘ КӘШӘНӘҺЕ, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. 14—15 бб. ҡарай. Күгәрсен р‑ны Мәҡсүт а. эргәһендә урынлашҡан. 1968 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм 1968—69 йй. тикшерелә. Бөтә яҡтары ла тигеҙ, 2 яруслы, көмбәҙле ҡоролма. Кәшәнәнең түбәнге ярусы планда тура мөйөшлө (8,8×6,9 м) булған, өҫкөһө — һигеҙ мөйөшлө. Стенаһы (1,1 м ҡалынлыҡта) һоро, шыршы орнаменты ҡыҙыл кирбестән һалынған. Көньяҡтан инеү урыны көмбәҙ түшәмле портал (2,25×1,86 м) булған. Иҙәне саман кирбестән. Ерләү камераһына тар ишек уйымы алып барған. Төньяҡ стенаһы эргәһендә көнбайыш—көнсығыш йүнәлеше б‑са ҡаҙылған, яҡтарына һәм төбөнә эзбизташ плиталар түшәлгән ҡәбер соҡоро асыҡланған. Мәйет салҡан ятҡырып, башы м‑н көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡәбер төбөндә көл һәм туҙ ҡалдыҡтары табылған. Б.к. материалдары МДУ эргәһендәге Антропология ҒТИ‑нда һаҡлана. “Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән” башҡ. риүәйәте б‑са, Бәндәбикә әүлиә булған, аҡыллылығы м‑н дан тотҡан һәм халыҡ араһында хөрмәт ҡаҙанған.

Әҙәб.: Мажитов Н.А. Тайны древнего Урала. Уфа, 1973; Башкирское народное творчество. Т.2. Предания и легенды. Уфа, 1987.

Н.А.Мәжитов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019