Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“АҠҺАҠ ҠОЛА”, эпос

Просмотров: 1282

“АҠҺАҠ ҠОЛА”, башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, эпос. Шиғри‑проза формала йәшәй. Тәүге тапҡыр 1907 й. М.А.Буранғолов тарафынан Һамар губ. Быҙаулыҡ өйәҙе Ильяс а. (хәҙ. Ырымбур өлк. Красногвардейск р‑ны Үрге Ильяс а.) Хәсән Буранғоловтан яҙып алына. Эпостың “Аҫҡаҡ ҡола”, “Биш ҡолон” һ.б. варианттарын К.Мәргән, Ф.А.Нәҙершина, Ә.М.Сөләймәнов, М.М.Сәғитов, Н.Д.Шоңҡаров һ.б. яҙып ала.

Эпос б‑са, Аҡһаҡ ҡола — Шүлгән күле төбөнән сыҡҡан изге аттар тоҡомо — яуыз хужаһынан ҡаса һәм үҙе м‑н йылҡы өйөрөн алып китә. Бай улы өйөрҙө ҡыуып етә һәм, Аҡһаҡ ҡолаға яҡшы тәрбиә вәғәҙә итеп, өйөрҙө алып ҡайтыуын үтенә, әммә өйөр ҡайтыу яғына боролғас, антын боҙоп, Аҡһаҡ ҡолаға уҡ ата. Яраланған ат, тояғы м‑н тибеп, хужаһын үлтерә (икенсе версия б‑са, ҡайтып еткәс, бай улы аттан ҡолап, ҡамсы һабының һынығына сәнселеп үлә) — яуызлыҡ һәм мәкерлек хөкөм ителә, анты башына етә. “А.ҡ.” башҡорттарҙың көнкүрешен һәм йолаларын тормошсан итеп тасуирлауға ҙур урын бирелә. Эпостың шиғри өлөштәре һамаҡ стилендә көйләнә.

Мелодия варианттарын З.Ғ.Исмәғилев, Л.Н.Лебединский, Х.Ф.Әхмәтов яҙып ала һәм нотаға һала. Эпостың БР һәм Ырымбур өлк. терр‑яларында яҙып алынған 20‑гә яҡын варианты Ғилми архивта, ӨДСА‑ның фольклор фондында һәм шәхси архивтарҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Мәргән К. Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары. Өфө, 1961; Сәғитов М.М. Боронғо башҡорт ҡобайырҙары. Өфө, 1987; Галин С.Ә. Тарих һәм халыҡ поэзияһы. Өфө, 1996.

С.Ә.Галин, Н.Т.Зарипов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019