Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘТОВ Абдулла Шәңгәрәй улы

Просмотров: 931

ӘХМӘТОВ Абдулла Шәңгәрәй улы [2.5.1918, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Йомағужа а. (БР‑ҙың Стәрлебаш районы) — 25.11.1995, шул уҡ райондың Стәрлебаш а.], элемтәсе, өлкән лейтенант (1945). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Киев хәрби элемтә училищеһын (1945), КПСС‑тың Башҡортостан өлкә комитеты эргәһендәге 2 йыллыҡ Өлкә партия мәктәбен (1952) тамамлаған. 1942 й. алып Төньяҡ Кавказ, Көньяҡ‑Көнбайыш, Ялан, 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 46‑сы армияның 31‑се уҡсылар дивизияһы 1449‑сы айырым элемтә ротаһының телефонсылар отделениеһы командиры өлкән сержант Ә. 1943 й. 26 сентябрендә Украина ССР‑ының Сошиновка а. тирәһендә Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды киңәйткәндә күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1946 й. алып запаста. 1947—50 йй. Өфө ҡ., 1952—74 йй. Стәрлебаш районында партия һәм хужалыҡ эшендә була. Ленин (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары менән бүләкләнгән. Ә. исеме менән Стәрлебаш һәм Йомағужа аа., Өфө ҡ. 124‑се урта мәктәп аталған; Стәрлебаш а. Геройға бюст ҡуйылған.

  Әҙәб.: Х а й р у л л и н Р. Отважный связист //Славные сыны Башкирии. Кн.1. Уфа, 1965.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.03.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: