Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛДАР, фольклор персонажы

Просмотров: 925

АЛДАР, фольклор персонажы, башҡ. юмористик һәм сатирик көнкүреш әкиәттәре геройы (“Алдар менән Ямар”, “Алдар менән сәсән”, “Алдар таҙ менән муллалар” һ.б.). Дөйөмләштерелгән образ, Шомбай кеүек йылғыр, хәйләкәр, алдаҡсы. А. йәнле халыҡ аҡылын кәүҙәләндерә, уның әҙәпһеҙлек, ахмаҡлыҡ һәм ҡомһоҙлоҡто еңеүен сағылдыра. Әкиәттәрҙең күбеһендә А. хан (мулла, сауҙагәр) м‑н осрашыуы дошманын алдау м‑н тамамлана: А. йә, өйөнән хәйләләр тултырылған тоғон алып килер өсөн, сит кешенең атын алып китә, йә, йәнәһе лә ауып барған ағасты терәтеп торорға ҡушып, ҡаса, шулай итеп язанан ҡотола (“Хан менән Алдар”, “Алдар менән һатыусы малайҙары”, “Алдар менән шайтан” һ.б.). А. хаҡындағы әкиәттәр аҙағында афористик һығымта булыуы м‑н айырыла. Персонаж башҡа төрки телле халыҡтарҙың фольклорында киң таралған.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. 4‑се кит. Өфө, 1981; Сулейманов А.М. Башкирские народные бытовые сказки: сюжетный репертуар и поэтика. М., 1994.

Г.Р.Хөсәйенова

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019