Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“АЛДАР МЕНӘН ЗӨҺРӘ”

Просмотров: 1714

“АЛДАР МЕНӘН ЗӨҺРӘ”, башҡ. ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы, хикәйәт.

Фаразланыуынса, Т.С.Беляев әҫәрҙе Ҡуңҡас сәсәндән (уның исеме арнауҙа иҫкә алына) яҙып алған. Урыҫ телендә “Минең кистәрем. Башҡорт әкиәттәре” (“Мои вечера. Сказки башкирские”) исемле яҙма һаҡланған. Текст проза формаһында яҙылған. 56 өлөштән (“кистән”) тора, тәүге һәм аҙаҡҡы бите юҡ. Сюжет тол ҡалған Зөһрәнең кейәүгә сығыуына бәйле ваҡиғалар т‑да һөйләүҙәренә ҡоролған: ҡыйыу Алдар батыр м‑н осрашыуы, уларҙың мөхәббәте, тормош ҡороуҙары һәм ҡылған батырлыҡтары. Әҫәр боронғо башҡорттарҙың көнкүреше, ырыу-ара мөнәсәбәттәре һәм рухи донъяһын сағылдыра. Унда башҡ. фольклоры һәм көнсығыш әҙәбиәте эпик жанрҙарының традицион мотивтары файҙаланылған.

Тексты башҡ. теленә Р.Й.Ғарипов тәржемә итә. “А.м.З.” хикәйәтенең башҡорттар араһында йәшәүе хаҡында уның “Алдар Шымай менән Зөһрә” риүәйәтендә иҫкә алыныуы һөйләй. 1992 й. Ульяновск өлк. археологик эҙләнеүҙәр барышында 7 б. 2-се ярт. ҡәберлектәрҙә һөйәк пластиналары өлөштәре табылған. Археолог В.Г.Котов фаразлауынса, уларҙа “А.м.З.” эпизодтары һүрәтләнә. Был хикәйәттең боронғо нигеҙҙәре хаҡында һөйләй. “Минең кистәрем. Башҡорт әкиәттәре” әҫ. ҡулъяҙмаһы — Рәсәй милли китапханаһында (С.‑Петербург), уның фотокүсермәһе Ғилми китапханала һаҡлана.

М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.10.2019