Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛПАМЫША, башҡорт мифологияһында батыр

Просмотров: 1251

АЛПАМЫША, башҡорт мифологияһында батыр. “Алпамыша менән Барсынһылыу” эпосының һәм “Алып батыр”, “Алпамыша батыр” һ.б. әкиәттәрҙең үҙәк персонажы. Олоғайған ата-әсәнән тыуа; ай үҫәһен көн үҫә; ғәйәт оҙон буйлы, көслө, һылыу була. Башҡорт риүәйәттәре б‑са, А. урман буйлап үлән өҫтөнән йөрөгән кеүек йөрөй, ағастарҙы тамыры м‑н йолҡоп ала, ус төбөнә кеше ултырта, тауҙы аша атлап үтә алған (“Алпамыша яныуы”), ә Илеш р‑нындағы Айыртау, Дыуан р‑нындағы Мүсектау тауҙары А. аяҡ кейеменең табанынан соҡоп алған йәки аяҡ кейеменән ҡағып төшөргән саң һәм ҡомдан барлыҡҡа килгән. А. ҙурлау ҡайһы бер башҡ. топонимдарында сағылыш тапҡан: “Алпамыша ташы”, “Алпамыша ҡәбере” һ.б. Төрки телле халыҡтарҙың мифологияһында осрай.

Әҙәб.: Жирмунский В.М. Сказание об Алпамыше и богатырская сказка. М., 1960. Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр, легендалар. Өфө, 1997.

Б.Ғ.Әхмәтшин

Тәрж. Ә.Ф.Ҡарағужина


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019