Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАБУШКИН Роман Романович

Просмотров: 1303

БАБУШКИН Роман Романович (27.1.1919, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Ҡорҫаҡ Түбәләре а. — 29.7.1999, Өфө ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1945). Эске хеҙмәт полковнигы (1961). СССР Йәмәғәт тәртибен һаҡлау министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. “Выстрел” РККА команда составын камиллаштырыу юғары атыу‑тактика курстарын тамамлаған (1944). 1938 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1942 й. башлап Көньяҡ‑Көнсығыш, Сталинград, Көньяҡ‑Көнбайыш һәм 3‑сө Белорус фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 43‑сө армия 126‑сы уҡсылар дивизияһы 550‑се уҡсылар полкының уҡсылар батальоны командиры урынбаҫары гвардия өлкән лейтенанты Б. 1945 й. 7 апрелендә Кёнигсберг ҡ. (Германия) төньяҡтараҡ Шарлотта фортын штурмлағанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1946 й. алып запаста. 1947—79 йй. БАССР‑ҙың ЭЭМ органдарында хеҙмәт итә. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1954) ордендары менән бүләкләнгән. Өфө ҡ. Б. исеме 41‑се урта мәктәпкә бирелгән, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ, Бәләбәй ҡ. — бюст ҡуйылған.

 Әҙәб.: Б а з е к и н Г. Отвоёванный рассвет //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 23.03.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: