Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАКИЧ Андрей Степанович

Просмотров: 744

БАКИЧ Андрей Степанович (19.12.1878, Черногория — 25.5.1922, Новониколаевск ҡ.; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1922 й. ғин., Кяхта ҡ.), Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Ген.‑лейт. (1920). 1904—05 йй. урыҫ‑япон, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Одесса пехота юнкерҙар уч‑щеһын тамамлаған (1902). 1902—18 йй. һәм 1919 й. алып рус армияһында, 1918 й. февр.—майында Ҡыҙыл Армияла һәм июнь—окт. Халыҡ армияһында. 1918 й. июленән Халыҡ армияһының 2‑се уҡсылар див. (1919 й. Рус армияһының Сызрань уҡсылар див.), 1919 й. февр. башлап 4‑се Ырымбур армия корпусы командиры. Сент. алып Семиреченск айырым армияһының Төньяҡ ғәскәрҙәр төркөмө командующийы, 1920 й. яҙында уның м‑н Ҡытайға сигенә. 1921 й. мартынан һәләк булған А.И.Дутов ғәскәрҙәренә етәкселек итә, майҙа Монголияла ген.‑лейт. барон Р.Ф.Унгерн фон Штернбергтың Азия корпусына ҡушыла. 4‑се дәрәжә Изге Георгий (2016), 4‑се дәрәжә ҡылыслы һәм бантлы Изге Владимир (1915), 3‑сө дәрәжә ҡылыслы һәм бантлы Изге Анна (1915), 2‑се дәрәжә ҡылыслы (2016) һәм 3‑сө дәрәжә (1906) Изге Станислав орд., Георгий ҡоралы (2015) м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Константинов С.И. Вооружённые формирования противобольшевистских правительств Поволжья, Урала и Сибири в годы гражданской войны. Екатеринбург, 1997;  Клавинг В.В. Белая Гвардия. СПб., 1999; Волков С.В. Трагедия русского офицерства. М., 2001.

И.Ф.Плотников

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019
Связанные статьи: