АЙЫПОВ Рөстәм Сәғит улы
АЙЫПОВ Рөстәм Сәғит улы (1.8.1946, Ульяновск өлк. Николаевка а.), радиоинженер. Техник ф. д-ры (2007), проф. (2007). БР‑ҙың атҡ. энергетигы (2011), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). Еңел атлетика б-са СССР-ҙың спорт мастеры (1969). Урал политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1971) Өфө элемтә аппаратураһы з-дында эшләй. 1973 й. алып ӨДАТУ-ла; 1998 й. башлап БДАУ-ҙа: а.х. электр ҡорамалдарын автоматлаштырыу һәм файҙаланыу каф., 2000–02 йй. һәм 2011 й. — электр машиналары һәм электр ҡорамалдары каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2000–11 йй. энергетика ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге ауыл хужалығын электрлаштырыуға арналған. 180-дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 42 уйлап табыу авторы.
Хеҙм.: Линейные электрические машины и приводы на их основе. Уфа, 2003; Основы построения и теории линейных асинхронных приводов с упругими накопителями энергии. Уфа, 2006.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина