Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӘХТИЗИН Әхтәм Мөсәлим улы

Просмотров: 1037

БӘХТИЗИН Әхтәм Мөсәлим улы [21.1.1897 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1895), Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Үрге Аташ а. (БР‑ҙың Саҡмағош районы) — 15.8.1943, Карачев ҡ.], хәрби эшмәкәр. Полковник (1939). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында, 1921—22 йй. Урта Азияла баҫмасыларҙың ҡораллы көстәрен юҡ итеүҙә, 1938 й. Хәсән күле буйында совет‑япон ҡораллы конфликтында, 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. “Выстрел” РККА‑ның командирҙар составын камиллаштырыу юғары атыу‑тактика курстарын тамамлаған (Мәскәү ҡ., 1930). 1915 й. алып рус армияһында, өлкән унтер‑офицер; 1918 й. башлап Ҡыҙыл армияла. 1915—17 йй. Көнбайыш фронтта лейб-гвардия Семёновск һәм 304‑се пехота полкында, 1918—22 йй. Көнсығыш, Көньяҡ һәм Төркөстан фронттарының 247‑се, 203‑сө, 18‑се һ.б. уҡсылар полкында, 1923 й. алып 100‑сө уҡсылар полкында (Өфө ҡ.) хеҙмәт итә. 1927—30 йй. һәм 1931—33 йй. Татарстан республикаһы советтары ҮБК исемендәге Берләшкән татар-башҡ. хәрби мәктәбе (Ҡазан ҡ.) уҡытыусыһы. 1933 й. алып Благовещен нығытылған районының 107‑се айырым уҡсылар батальоны командиры, 1938 й. — 169‑сы уҡсылар полкы командиры ярҙамсыһы (Алыҫ Көнсығыш), 1939 й. авгусынан — 284‑се уҡсылар полкы командиры (Ҡазан ҡ.). 1939 й. декабрендә — 1940 й. авгусында Төньяҡ‑Көнбайыш фронттың (1940 й. мартынан Карелия айырым хәрби округы) 9‑сы армияһы 163‑сө уҡсылар дивизияһы 662‑се уҡсылар полкы командиры. 1941 й. июненән Баш главнокомандование ставкаһы эргәһендәге контроль төркөмөндә хеҙмәт итә. 1943 й. уртаһынан Көнбайыш, июлдән Брянск фронттарының 11‑се армияһы 323‑сө уҡсылар дивизияһы командиры. 1‑се, 2‑се, 3‑сө һәм 4‑се дәрәжә Георгий тәреләре, Ҡыҙыл Байраҡ (1918, 1940), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943) ордендары менән бүләкләнгән. Б. исеме Саҡмағош районының Саҡмағош, Үрге Аташ һәм Үрнәк аа. урамдарға бирелгән. Үрге Аташ а. һәм Карачев ҡ. уға һәйкәлдәр, Карачев ҡ. мәктәптәренең береһе бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. М.Ғиләжевтың В.Ҡазыханов һүҙҙәренә яҙылған “Бәхтизин” йыры һәм В.Исхаҡовтың романы Б. бағышланған.

Әҙәб.: Исхаҡов В. Ҡындан hурылды ҡылыстар. Өфө, 1968; Исхаков В. Бахтизин. Уфа, 1982.

В.В.Исхаҡова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.10.2022