Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШИЛОВ Пётр Петрович

Просмотров: 1205

БАШИЛОВ Пётр Петрович (16.3.1857, Санкт‑Петербург ҡ. — 1919 й. авгусы, Тулун ҡ. янында, башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1930‑сы йй.), дәүләт эшмәкәре. Тайный советник (1914). Дворяндарҙан. Император хоҡуҡ белеме училищеһын тамамлаған (Санкт‑Петербург ҡ.). 1878 й. алып Юстиция министрлығы органдарында хеҙмәт итә. 1890 й. башлап Радомск округ суды прокуроры урынбаҫары, 1898 й. — Эстляндия, 1904 й. — Курляндия ҡаҙна палаталары идарасыһы. 1906 й. башлап Эстляндия, 1907 й. — Новгород, 1911—17 йй. Өфө губернаторы. 1911 й. ҡоролоҡтан зыян күргән Бәләбәй өйәҙе, Златоуст өйәҙе һәм Стәрлетамаҡ өйәҙе халҡына ярҙам, Беренсе донъя һуғышы йылдарында көнбайыш губерналарҙан килгән ҡасаҡтарҙы урынлаштырыуҙы һәм эш менән тәьмин итеүҙе ойоштора. 1918 й. сентябренән Өфө ҡала думаһы гласныйы, октябрҙән — Ваҡытлы Себер хөкүмәте ЭЭМ‑ының дөйөм эштәр департаменты директоры, декабрҙән — Һамар‑Өфө крайының баш начальнигы ярҙамсыһы, 1919 й. июненән Иркутск губернаһы ЭЭМ‑ының махсус эштәр чиновнигы. 1918 й. июленән Өфө мәхәллә союзы советтары ағзаһы, Көнсығыш Рәсәй мәҙәни‑ағартыу йәмғиәтенең почётлы ағзаһы. 1930‑сы йй. репрессиялана. 3‑сө (1905) һәм 4‑се дәрәжә Изге Владимир, 1‑се (1915), 2‑се (1900), 3‑сө (1888) һәм 4‑се дәрәжә Изге Анна, 1‑се (1908), 2‑се (1896) һәм 3‑сө (1883) дәрәжә Изге Станислав ордендары менән бүләкләнгән.

С.П.Звягин, А.Д.Казанчиев, Д.Ғ.Күскилдин, Р.И.Ҡантимерова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.11.2022
Связанные статьи: