АЛЕКСАНДРОВ Игорь Васильевич
АЛЕКСАНДРОВ Игорь Васильевич (26.11.1954, Өфөҡ.), физик. Физика-математика фәндәре докторы (1997), профессор (2002). РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2010). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) ӨДАТУ‑ла эшләй: 1986 й. алып 2‑се авиация технологияһы факультеты, 1987—95 йй. дөйөм фәндәр кафедралары факультеты деканы, 2004 й. башлап физика кафедраһы мөдире; бер үк ваҡытта 1995 й. алып ӨДАТУ‑ның төп ғилми хеҙмәткәре, 2008 й. башлап “Наноструктур материалдар һәм юғары технологиялар” ғилми-белем биреү үҙәгенең ғилми етәксеһе һәм Перспективалы материалдар физикаһы институтының ғилми хеҙмәткәре. Фәнни тикшеренеүҙәре металдарҙың һәм иретмәләрҙең ныҡлығы һәм һығылмалылығы физикаһы мәсьәләләре менән бәйле. А. камиллаштырған рентген структуралы анализ ысулы интенсив пластик деформация ярҙамында алынған үтә ваҡ бөртөклө наноструктуралы материалдарҙың структураһын һәм үҙсәнлектәрен тикшереү өсөн ҡулланыла. 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БР-ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты (2015).
Х е ҙ м.: Наноструктурные материалы, полученные интенсивной пластической деформацией. М., 2000 (авторҙ.); Объёмные наноструктурные металлические материалы: получение, структура и свойства. М., 2007 (авторҙ.).
И.Н.Красногорская
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов