Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛМАЕВ Рауил Әсхәт улы

Просмотров: 819

АЛМАЕВ Рауил Әсхәт улы (10.1.1938, Өфө), инженер-механик. Техник ф. канд. (1967), проф. (1993). РФ‑тың почётлы юғары белем биреү хеҙм‑ре (2008), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1984). БАХИ‑ны тамамлаған (1959). 1966 й. алып шунда уҡ эшләй: 1979—85 йй. гидромелиорация һәм урман хужалығы ф‑ты деканы, 1995—96 йй. тәбиғәтте һаҡлау һәм яҡлау ф‑ты деканы, 1989 й. башлап гидравлика һәм графика каф. мөдире, 2008 й. — уҡытыусы. Фәнни тикшеренеүҙәре агросәнәғәт комплексында етештереү процестарын гидромеханизациялау, биотехнология һәм һыу системаларын магнит ярҙамында эшкәртеү проблемаларына арналған. А. һыу йылытыу һәм пар ҡаҙандары өсөн һыуҙың юшҡынын бөтөрөүсе магнит ҡулайлама, микроылымыҡтар үҫтереү өсөн культиватор һ.б. уйлап таба. Улар БР, РФ‑тың башҡа төбәктәре һәм БДБ илдәре пр‑тиеларында индерелгән. 130‑ға яҡын фәнни хеҙмәт һәм 33 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Механизация погрузочно‑разгрузочных работ. Уфа, 1984; Гидро- и пневмотранспортные установки в сельском хозяйстве. Ульяновск, 1988; Гидравлика трубопроводов. Уфа, 2009.

В.Ф.Ғайсин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019