Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛЮМИН ИРЕТМӘЛӘРЕ

Просмотров: 1499

АЛЮМИН ИРЕТМӘЛӘРЕ, баҡыр, магний, цинк, кремний, марганец, литий һ.б. легирлау элементтары ҡушылған алюмин нигеҙендәге иретмәләр. Эшкәртеү алымдарына ҡарап деформацияланыусан һәм ҡойоу А.и. айыралар. 20 б. 60—90‑сы йй. Авиация техник университетында һәм махсуслаштырылған “Тантал” конструкторлыҡ-технологик бюроһында М.Х.Рабинович етәкс. А.и. төҙөлөшө һәм үҙенсәлектәре, уларҙы термомеханик юл м‑н эшкәртеү алымдары өйрәнелә. 80‑се йй. башынан Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында А.и. б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (М.В.Маркушев, В.Г.Трифонов), А.и. механик үҙенсәлектәрен (ныҡлыҡ, һығылмалылыҡ һ.б.), коррозияға сыҙамлылығын арттырыуҙы тәьмин итеүсе үтә ваҡ бөртөклө структура биреү алымдары һәм уларҙан ҡатмарлы профилле деталдәр штамплауҙың технологик процестары уйлап табыла. 90‑сы йй. башына тиклем Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тының тәжрибә производствоһында ошо технологиялар б‑са эске яныулы двигателдәрҙең поршендәре, автомобиль тәгәрмәстәренең дискылары һ.б. яһала. 50‑се йй. башынан Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә, “Гидравлика” ФДУП‑ында — А.и. авиация двигателдәренең деталдәре, Күмертау авиация производство предприятиеһында вертолёт деталдәре һәм быуындары (70‑се йй. урталарына тиклем самолёт фюзеляждары) сығарыла.

Әҙәб.: Рабинович М.Х. Термомеханическая обработка алюминиевых сплавов. М., 1972; Kaibyshev O.A. Superplasticity of Alloys, Intermetallides and Ceramics. Berlin; Heidelberg, 1992.

В.И.Добролюбов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: