Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АНДРИАНОВА Людмила Прокопьевна

Просмотров: 1205

АНДРИАНОВА Людмила Прокопьевна (30.3.1943, Өфө), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2008). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1967) ӨПЭЗ‑дә эшләй. 1970 й. алып ӨДАТУ‑ла, 1998 й. — БДАУ‑ҙа (2005—10 йй. а.х. электр энергияһы м‑н тәьмин итеү һәм ҡулланыу каф. мөдире), бер үк ваҡытта 2014 й. башлап ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге технологик процестарҙы һәм производстволарҙы автоматлаштырыу өсөн төрлө тәғәйенләнешле динамик системаларҙы тикшереүгә, мәғлүмәти үлсәү системаларының һәм үлсәү-иҫәпләү комплекстарының аныҡлығын күтәреү ысулдарын өйрәнеүгә бәйле. А. динамик объекттарҙы идентификациялау, тикшереү һәм диагностикалау ысулдарын һәм алгоритмдарын; мәғлүмәти үлсәү системаларының метрологик яҡтан әҙер булыуын һәм үҙ-үҙен аттестациялауын тәьмин итә торған үҙгәрмәүсән һәм ваҡыт үтеү м‑н үҙгәреп тороусы инеү сигналдары өсөн аналог-цифрлы үҙгәртеүҙәрҙең яңылышлыҡтарын төҙәтеү алымдарын уйлап таба. Асыштары РФ пр‑тиеларында индерелгән. 160‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт һәм 46 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Индуктивные и магнитомодуляционные преобразователи для передачи информации с вращающихся объектов. М., 1979 (авторҙ.); Идентификация коэффициентов передаточных функций динамических объектов. Уфа, 1997 (авторҙ.).

В.М.Сапельников

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019