Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҘНАБАЕВ Булат Әхмәр улы

Просмотров: 1045

АҘНАБАЕВ Булат Әхмәр улы (7.3.1966, Өфө), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2007). БДУ‑ны тамамлаған (1988), 1992 й. алып шунда уҡ уҡыта, бер үк ваҡытта 2008 й. — БДУ‑ның Нефтекама филиалының тарих, дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре Өфө өйәҙе халҡының этник составы һәм соц. структураһы формалашыуы, күсмә һәм ярым күсмә халыҡтарҙың Рус дәүләте составына ҡушылыуы проблемаларына, сығанаҡтар өйрәнеүҙең теоретик һәм методологик мәсьәләләренә арналған. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Уфимское дворянство в конце XVI — первой трети XVIII вв.: землевладение, состав, служба. Уфа, 1999; Интеграция Башкирии в административную структуру Российского государства (вторая половина XVI — первая треть XVIII вв.). Уфа, 2005.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019