АҠМАНОВ Айтуған Ирек улы
АҠМАНОВ Айтуған Ирек улы (16.5.1966, Өфө), тарихсы. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2009), тарих ф. д‑ры (2003), проф. (2005). И.Ғ.Аҡмановтың улы. БДУ‑ны тамамлаған (1988), 1993 й. алып шунда уҡ эшләй (2005 й. башлап Рәсәй тарихы, историография һәм сығанаҡтарҙы өйрәнеү каф. мөдире), бер үк ваҡытта 2016 й. алып БР ФА вице-президенты вазифаһын башҡарыусы. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡорттарҙың ер биләү һәм ерҙе файҙаланыу, 16 б. уртаһы — 20 б. башында Рәсәй хөкүмәтенең Башҡортостандағы ер сәйәсәте проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙм.: Земельная политика царского правительства в Башкирии (вторая половина XVI — начало XX вв.). Уфа, 2000; Земельные отношения и башкирское землевладение во второй половине XVI — начале XX вв. Уфа, 2007.
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина