Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АНИЗОТРОП МАТЕРИАЛДАР

Просмотров: 1314

АНИЗОТРОП МАТЕРИАЛДАР, механик һәм физик үҙенсәлектәре төрлө йүнәлештәрҙә бер төрлө булмаған материалдар. А.м. кристалдар, магнит үҙенсәлекле һәм утҡа сыҙамлы иретмә һәм ҡорос әҙерләмәләре (табаҡ, сым, ҡойолмалар), ҡайһы бер тәбиғи сығышлы кристалл булмаған матдәләр (мәҫ., үҙағас), сүсле композициялы материалдар һ.б. инә. 1941 й. башлап Белорет металлургия комбинатында һуҙыу юлым‑ннығытыусы карбид өлөшсәләре йүнәлешле итеп урынлашҡан углеродлы ҡоростан канат сымы етештерелә, уның һуҙылыуға сыҙамлыҡ сиге изотроп ҡорос сымдыҡынан 3 тапҡырға юғарыраҡ. 70‑се йй. ӨМЭПБ‑ла ӨАИ хеҙм‑рҙәре ҡатнашлығында, йүнәлешле кристаллизация ысулын файҙаланып, утҡа сыҙамлы турбина көрәктәрен эшләп сығарыу технологияһы индерелә, уларҙың хеҙмәт итеү ресурсы изотроп материалдарҙан яһалғандарына ҡарағанда 2—2,5 тапҡырға күберәк. 80‑се йй. алып Күмертау авиация производство пр‑тиеһында быяла пластиктарҙан вертолёттарҙың тартыу винты баштарын һәм фюзеляж элементтарын яһайҙар.

Әҙәб.: Чёлушкин А.С., Лугинин Б.Д., Шестакова Л.О. Необходимые условия для получения направленной структуры в отливке //Повышение качества отливок и производительности труда при литье по выплавляемым моделям. Уфа, 1977.

В.В.Астанин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: