Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АНФЁРОВ Михаил Анисимович

Просмотров: 833

АНФЁРОВ Михаил Анисимович (8.2.1956, Стәрлетамаҡ ҡ.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1997), проф. (2000). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) шунда уҡ эшләй. 2007 й. алып РФ Хөкүмәте эргәһендәге Финанс ун‑тының Өфө филиалында, 2017 й. башлап ӨДНТУ‑ның Иҡтисад һәм сервис ин‑тында, бер үк ваҡытта Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге яңы мәғлүмәт технологияларын ҡулланып ҡатмарлы технологик һәм иҡт. процестарҙың математик моделен әҙерләүгә һәм оптималләштереүгә бәйле. А. перспектив технологияларҙы структуралы-функциональ оптималләштереүҙең күп критерийлы системаһын уйлап таба. Тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләре машиналар эшләү өлкәһендә роботлаштырылған технологик процестарҙы проектлау б‑са дәүләт стандарттарының һәм методик материалдарҙың нигеҙен тәшкил итә (ГОСТ 26052‑83, ГОСТ 14.323‑84, РД 50-297-82, РД 50‑356‑82, МР 53‑85). 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Структурная оптимизация технологических процессов в машиностроении. Уфа, 1996  (авторҙ.); Моделирование технологической подготовки производства в машиностроении. Уфа, 1999 (авторҙ.); Программирование в среде MS Visual Basic for Application. Уфа, 2013.

В.С.Мухин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.11.2019