Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРЬКОВ Валентин Юльевич

Просмотров: 795

АРЬКОВ Валентин Юльевич (3.3.1964, Өфө), электрон техника инженеры. Техник ф. д‑ры (2002). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) ш. уҡ эшләй (өҙөклөктәр м‑н). 1986—87 йй. “Молния” Өфө агрегат КБ‑нда, 1994—2002 йй. Механика ин‑тында. Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы техник системалар м‑н идара итеү проблемаларына бәйле. А. газ турбиналы двигателдәр м‑н автоматик рәүештә идара итеү, уларҙы тикшереп тороу һәм диагностикалауҙы стохастик моделләү һәм идентификациялау ысулдарын, идара итеү системаларына һынау үткәреүҙең техник алымдарын һ.б. уйлап таба. Улар БР‑ҙың, РФ‑тың башҡа төбәктәренең һәм Украинаның авиация сәнәғәте пр‑тиеларында индерелгән. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Марковские модели сложных динамических систем: идентификация, моделирование и контроль состояния. Уфа, 1998 (авторҙ.); Dynamic modelling of gas turbines: identification, simulation, condition monitoring and optimal control. London [etc.], 2004 (авторҙ.).

Г.Г.Куликов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019