Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАҘАРҒОЛ ЮНАЕВ

Просмотров: 979

БАҘАРҒОЛ ЮНАЕВ, Бәҙәрғол Ю., Исәт провинцияһы башҡорттарынан Уложенный комиссия депутаты. Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв ген.-фельдмаршалы. Себер даруғаһы Мәкәтин улусы башҡорттарынан. Шул уҡ улустың сотнигы (1760), ш. уҡ даруғаның Мәкәтин, Һеңрән һәм Шуран улустары старшинаһы. Комиссияға ислам динен тотоу иреклеге, башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын һаҡлау, аҫаба башҡорттар м‑н тау заводы хужалары, казактар, мишәрҙәр, төрлө категориялы крәҫтиәндәр, яһаҡлы татарҙар һ.б. араһында ерҙе файҙаланыу мәсьәләләрен көйләү, һалымдарҙы һәм йөкләмәләрҙе кәметеү, Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт иткән өсөн эш хаҡы түләү, урындағы власть вәкилдәренең үҙ вазифаларынан артыҡ файҙаланыуҙары һ.б. т‑да наказ тәҡдим итә. 1773 й. аҙ. — 1774 й. Урал аръяғында баш күтәреүселәр етәкселәренең береһе була. 1774 й. ғин.—мартында Силәбе баш күтәреүселәр үҙәге етәкселәренең береһе. Б.Ю. отряды Кәҫле заводы, Ҡыштым заводтары янындағы һуғыштарҙа, Силәбе ҡәлғәһен ҡамауҙа ҡатнаша. Апр.—майҙа Б.Ю. халыҡты Пугачёвтың төп ғәскәренә мобилизациялау м‑н шөғөлләнә. Йәй—көҙҙә Исәт провинцияһында баш күтәреүселәр етәкселәренең береһе. 1774 й. дек. ҡулға алына, Силәбе төрмәһендә тотола (стенаға бығаулап ҡуйыла). 1778 й. Сенат указы м‑н хәрәкәттә ҡатнашҡаны өсөн депутатлыҡ дәрәжәһенән мәхрүм ителә.

Әҙәб.: Валеев Д.Ж. Очерки истории общественной мысли Башкортостана. Уфа, 1995.

Д.Ж.Вәлиев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019