Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАҠЫЙ ТУЙКИЕВ

Просмотров: 793

БАҠЫЙ ТУЙКИЕВ (1719, Уҫы даруғаһы Уран улусы Уръябаш а., хәҙ. БР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны Иҫке Уръябаш а., — ?), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Уҫы даруғаһы Уран улусы мариҙарынан. Шул уҡ улустың старшинаһы. Б.Т. ойошторған отряд (башлыса мариҙарҙан торған) 1774 й. май—июнендә Бөрө янында хәрәкәт итә, һуңынан Салауат Юлаев отрядына ҡушыла һәм Уҫы янында, июлдә Әңгәсәк з‑ды тирәһендә һуғыша. Б.Т. отряды авг.—сент. И.Г.Штерич етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы Ҡазан даруғаһы Мүзәк һәм Иванов аа. янындағы һуғыштарҙа ҡатнаша. 15 сент. Ҡазан губернаһы Сарапул а. ғәйебен танып килә. 1774 й. нояб. алып Ҡазан йәшерен комиссияһында тикшереү аҫтында була. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019