БАЙМАҠТА БАШҠОРТ ХӨКҮМӘТЕ АҒЗАЛАРЫН АТЫУ
БАЙМАҠТА БАШҠОРТ ХӨКҮМӘТЕ АҒЗАЛАРЫН АТЫУ, 1918 й. 7 мартында Орск өйәҙе Баймаҡ а. көнбайышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта һәм 9 мартында ш. уҡ өйәҙҙең Сидоровка (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Фёдоровка) утары янында булған ваҡиғалар. 1918 й. ғин.—февр. Кесе ҡоролтай ағзалары Ғ.С.Иҙелбаев, Ә.Б.Ҡарамышев һәм Ғ.С.Мағазов Орск өйәҙендә башҡ. полкын ойоштора, Баймаҡты ала һәм күрше ауылдарға, приискыларға, рудниктарға контроль урынлаштыра. Ырымбур ҡ. Башҡорт хөкүмәте һәм Башҡорт мәркәз шураһы ағзаларының ҡулға алыныуы т‑да хәбәр алыу м‑н полк командованиеһы уларҙы азат итеүгә әҙерлек башлай. Иҙелбаев, Ҡарамышев һәм Мағазов Орск ҡ. полкка ҡорал һәм һуғыш припастары һатып алыу өсөн Баймаҡ эшсе депутаттары советына аҡса бирә. Февр. аҙағында Ҡарамышев ҡорал килтереүҙе тиҙләтеү өсөн атлы отряд м‑н Баймаҡтан сыға. Баймаҡ советы вәкилдәре Ҡарамышев отряды м‑н осрашыуҙан тайпыла, 1 мартта йәшерен рәүештә Баймаҡҡа әйләнеп ҡайта һәм һатып алынған ҡоралды эшселәргә таратып бирә. Ырымбур губерна хәрби‑революцион комитеты рәйесе С.М.Цвиллинг бойороғо б‑са 2 мартта полк һалдаттарын һәм Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәрҙәрен Баймаҡ эшселәре ҡулға ала. 4 мартта Ҡарамышев етәкс. бер нисә мең башҡорт, ҡулға алыныусыларҙы азат итеүҙе талап итеп, Баймаҡты ҡамап ала. Ләкин 6 мартта Ырымбурҙан ҡыҙылгвардеецтар полкы килеп етә һәм ҡамауҙы алып ташлай. 7 мартта эшселәр һәм ҡыҙылгвардеецтар суды хөкөмө б‑са Иҙелбаев, Мағазов һәм уларҙың кәңәшсеһе булған 5 поляк офицеры атып үлтерелә; Х.Ғ.Ғәбитов, У.Йәһүҙин, М.К.Әҙеһәмов һәм 2 поляк һаҡ аҫтында ҡалдырыла. 50‑нән ашыу башҡ. һалдаты азат ителә, 9 мартта уларҙың 10‑ы үлтерелә. Ваҡиғалар Башҡорт ғәскәрен төҙөүҙе тиҙләтеүгә булышлыҡ итә.
Әҙәб.: Национально‑государственное устройство Башкортостана (1917—1925 гг.): док. и материалы. В 4 т. Т.1. Уфа, 2002.
Тәрж. Д.К.Үзбәков