Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАТЫРҠАЙ ИТКИНИН

Просмотров: 893

БАТЫРҠАЙ ИТКИНИН, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы Тонтортамаҡ а. (Пермь крайы Барҙым р‑ны) башҡорттарынан. Сотник. 1773 й. көҙ—ҡышында Әбдей Абдуллин, Әҙел Әшмәнев һәм Сәйфулла Сәйҙәшев м‑н берлектә Башҡортостандың төньяҡ‑көнбайышында баш күтәреүселәр хәрәкәтенә етәкселек итә. 1773 й. дек. — 1774 й. ғин. Б.И. отряды Уҫыны, Ашап заводын, Бым заводын, Йоҡ (Кнауф) заводын, Степанов төрмәләрен, Иҫке Посад, Тихвинский аа. һәм Ҡазан губернаһы Пермь провинцияһының башҡа торама пункттарын алыуҙа, Ҡәнзәфәр Усаев отряды м‑н берлектә Көңгөр ҡ. ҡәлғәне ҡамауҙа һәм штурмлауҙа ҡатнаша. Уҫыла һәм Йоҡ з‑дында Б.И. үҙидаралыҡ һәм һаҡланыу отрядтары, баш күтәреүселәр отрядтарын ҡорал, аҙыҡ‑түлек м‑н тәьмин итеүҙе ойоштора. 1774 й. көҙөндә Себер даруғаһында эш итә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019