Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘБЙӘЛИЛ СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ

Просмотров: 1251

ӘБЙӘЛИЛ СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ. Урал аръяғы дала зонаһы шарттарында үҫтереү өсөн иген һәм мал аҙығы культураларыныңсорттарын һынау, сорттарын һәм гибридтарын һайлап алыу һәм тәҡдим итеү м‑н шөғөлләнә. 1937 й. ойошторола. Әбйәлил р‑ны Михайловка а. урынлашҡан. А.х. культураларының сорт агротехникаһы б‑са тәж. үткәрә, Дәүләт селекция ҡаҙаныштары реестрына һәм БР‑ҙа ҡулланылышҡа индерелгән сорттарҙың орлоғон етештерә. Һөрөнтө ерҙәренеңмайҙаны — 110 га (2012). Ә.с.һ.у. белгестәренең тәҡдиме б‑са Дәүләт реестрына ужым арышының Памяти Кунакбаева, Чулпан 7; яҙғы бойҙайҙың— Безенчукская 200, Марина, Ник, Омская 35, Саратовская 74, Тулайковская золотистая, Тулайковская 10; арпаның — Одесский 100, Орлан, Т12, Челябинский 99; һолоноң— Друг, Скакун; борсаҡтың — Аксайский усатый 55, Чишминский 80, Чишминский 95; ноҡот борсағының — Бонус, Заволжский, Приво 1; ҡарабойҙайҙыңАгидель, Светлана; люцернаның Бибинур, Серга, Уралочка һ.б. сорттары индерелә. Ә.с.һ.у. м‑н Д.Б.Гәрәев эшмәкәрлеге бәйле.

И.П.Леонтьев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: