Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕЛОБОРОДОВ Иван Наумович

Просмотров: 1164

БЕЛОБОРОДОВ Иван Наумович [1741 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1740), Ҡазан губ. Көңгөр провинцияһы Медянка а. (Пермь өлк.) — 5.9.1774, Мәскәү], Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—1775) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Ирга заводы (Ҡазан губернаһының Пермь провинцияһы) тау сәнәғәте крәҫтиәндәренән. 1759—66 йй. һәм 1773 й. рус армияһында; капрал. 1766 й. алып Пермь провинцияһы Богородский а. сауҙа м‑н шөғөлләнгән. 1774 й. ғин. Ҡәнзәфәр Усаевҡа ҡушыла. Б. отряды Бисерт заводын, Рәүҙе заводын, Соҡсон заводын, Пермь провинцияһы Әшит ҡәлғәһен, Себер губ. Тубыл провинцияһы Гробовск һәм Кленовск ҡәлғәләрен яулап алыуҙа, Екатеринбург ҡ. блокадалауҙа ҡатнаша, февр. Белембай заводын, Шайтан заводын, Үткен з‑дын (Тубыл провинцияһы) баҫып ала. Март—апр. Һатҡы заводында Б. отряды Салауат Юлаев ғәскәренә, майҙа Ырымбур губернаһы Магнит ҡәлғәһе янында Пугачёвтың Төп ғәскәренә ҡушыла. Б. Троицк ҡәлғәһен штурмлауға етәкс. итә. Май—июлдә Б. отряды И.И.Михельсон һәм А.В.Папава етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыштарҙа, Уҫыны алыуҙа, Ҡазанды штурмлауҙа ҡатнаша; 15 июлдә Арса яланында (Ҡазан янында) Михельсон ғәскәрҙәре м‑н һуғышта тар‑мар ителә. Һуңыраҡ Б. ҡулға алына. Ҡазан йәшерен комиссияһы тикшереүе аҫтында була. Язалап үлтерелә.

Әҙәб.: Мартынов М.Н. Пугачёвский атаман Иван Белобородов. Пермь, 1958; Лимонов Ю.А., Мавродин В.В., Панеях В.М. Пугачёв и пугачёвцы. Л., 1974.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019