Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӘПӘНӘЙ ТӨРӨПБИРҘИН

Просмотров: 2078

БӘПӘНӘЙ ТӨРӨПБИРҘИН, Б.Төрөпкилдин (яҡынса 1695 — 1739 й. сент., Өфө провинцияһының Минзәлә ҡаласығы, хәҙ. Минзәлә ҡ.), башҡорт ихтилалдары (1735—40) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Ҡыуаҡан улусы башҡорттарынан. Шул уҡ улустың старшинаһы. Тархандарҙан. Мулла. 1735 й. июнендә Себер даруғаһы Ҡара‑Табын улусы Арыҡ а. Себер һәм Нуғай даруғаһының башҡ. зыялылары ҡоролтайында ҡатнаша, ҡоролтай Ырымбур сик һыҙығы ҡәлғәләрен төҙөүгә ҡаршылыҡ күрһәтеү т‑да ҡарар ҡабул итә. Йосоп Арыҡов м‑н берлектә Себер даруғаһында ихтилалға етәкселек итә. 1735 й. 2‑се ярт. Б.Т. отряды Үрге Яйыҡ ҡәлғәһен (ҡара: Верхнеурал ҡәлғәһе) ҡамауҙа ҡатнаша. Себер һәм Ҡазан тау з‑дтары баш идаралығы канцелярияһы нач. В.Н.Татищевҡа яҙған хатында (1736 й. 2 авг.) Б.Т. хөкүмәтте Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыу шарттарын боҙоуҙа ғәйепләй һәм башҡорттарҙың үҙ мәнфәғәттәрен яҡлауға, хатта Рәсәй империяһынан айырылып сығыуға хоҡуғы барлығын нигеҙләй. 1737 й. июнендә Б.Т. отряды (1 меңдән ашыу кеше) Мәндәр Ҡарабаев, Төлкөсура Алдағолов һ.б. отрядтары м‑н берлектә Бөрө һәм Көңгөр, Красноуфимск ҡәлғәһе, июлдә Ҡатай бастругы, Уҫы һәм Өфө провинцияһының башҡа торама пункттары, авг.—сент. Сыбаркүл ҡәлғәһе, Воскресенск, Крылов аа. һәм Исәт провинцияһының башҡа торама пункттары өсөн һуғыштар алып бара. Яҙ—йәйҙә Ҡаҙаҡ ханлығының Кесе һәм Урта Йөҙ хандары Әбелхәйер һәм Семек м‑н союз төҙөүгә ынтылыш яһай. 1738 й. окт. А.Ф.Хрущёв етәкс. хөкүмәт командаһы тарафынан ҡулға алына. Нояб. алып Минзәлә төрмәһендә тотола. Тәгәрмәскә бәйләп, язалап үлтерелә.

Әҙәб.: Акманов И.Г. Башкирские восстания в ХVIII в. Уфа, 1987; Материалы по истории Башкортостана. Т.6. Оренбургская экспедиция и башкирские восстания 30‑х годов ХVIII в. Уфа, 2002.

И.Ғҡманов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.11.2019