Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИРҘЕҒОЛ ТЕЛӘҮКӘЕВ

Просмотров: 1435

БИРҘЕҒОЛ ТЕЛӘҮКӘЕВ, башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Нуғай даруғаһы Бошман‑Ҡыпсаҡ улусы (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Сәңкем‑Ҡыпсаҡ) башҡорттарынан. Тархан. Абыҙ. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1737 й. июль—авг. ихтилал етәкселәре Көҫәп Солтанғолов, Рысай Иғәмбәтов, Сәйетбай Әлкәлиндар м‑н хөкүмәт ғәскәрҙәре командованиеһының хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатыу хаҡындағы һөйләшеүҙәренә булышлыҡ итә. 1740 й. Б.Т. отряды (яҡынса 500 кеше) Ҡараһаҡал етәкс. баш күтәреүселәр ғәскәренә ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Б.Т. июль—сент. 300‑гә яҡын (ғаиләләре м‑н бергә) кешене Табын ҡәлғәһенә Башҡорт эштәре комиссияһы нач. Л.Я.Соймоновҡа оҙата.Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Әҙәб.: Материалы по истории Башкирской АССР. Ч.1. Башкирские восстания в XVII и первой половине XVIII вв. М.; Л., 1936.

Тәрж. М.С.Ҡунафин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.11.2019