Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҘНАҒОЛ, Белорет р‑ндағы ауыл

Просмотров: 881

АҘНАҒОЛ, Белорет р‑ндағы ауыл, Сермән а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 34 км һәм Сермән т. юл ст. К.‑Көнб. табан 14 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 169 кеше; 1920 — 526; 1939 — 412; 1959 — 396; 1989 — 269; 2002 — 333; 2010 — 290 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1775 й. билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Атыҡай Аҙнағолов билдәле. Шулай уҡ Миңдеғол, Мәндей исеме м‑н теркәлгән. 1795 й. 23 йортта 105 кеше йәшәгән, 1866 й. 43 йортта — 250 кеше. Малс‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Т.Б.Сәғитов ошо ауылда тыуған.

Ф.Әөхәмәҙиев, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғ.Кәримов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019