Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРСЁНОВ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

Просмотров: 679

АРСЁНОВ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Һаҡмар а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 81 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) К.‑Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта Ҡаҫмарт й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 870 кеше; 1959 — 882; 1989 — 752; 2002 — 709; 2010 — 560 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, шәфҡәт туташы хеҙмәте дауаханаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

20 б. 20‑се йй. Йылайыр кантонында Арсёнов коммунаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1926 й. “Красный Восток” артеле утары булараҡ теркәлгән (19 йортта 100 кеше йәшәгән). 30‑сы йй. башынан Һаҡмар с‑зы ойошторолғас, с‑здың үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алынған. 2005 й. башлап хәҙ. статусын ала, 2007 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. А.Ф.Шакиров ошо ауылда тыуған.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: