АВРАС Леонид Фёдорович
АВРАС Леонид Фёдорович (17.1.1907, Киев — 2.7.1986, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1958). Харьков авиация ин‑тын тамамлағандан һуң (1935) 124/27‑се заводта (Ҡазан), 234‑се заводта (Ленинград) эшләй. 1941 й. алып ӨМЭЗ‑дең цех нач., баш инженеры, дир. урынбаҫары. 1958 й. башлап Башҡ‑н ХХС‑ы рәйесе урынбаҫары, 1963—74 йй. Өфө элемтә аппаратураһы з‑ды директоры. А. эшләгән осорҙа ӨМЭЗ‑дә яңы авиация двигателдәренең сериялы сығарылышы үҙләштерелә; яңы техниканы ғәмәлгә индереү б‑са ойоштороу-техник саралар үткәрелә; металл сығымдарын һәм деталдәрҙе механик эшкәртеүгә киткән көстө кәметеүсе яңы технологик процестар индерелә. А. етәкс. Өфө элемтә аппаратураһы з‑ды (ҡара: “Прогресс”) коллективы 8‑се биш йыллыҡта етештереүҙә юғары уңыштарға өлгәшә. Ленин (1957, 1966, 1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1962), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1945) орд. м‑н бүләкләнгән.
Р.Ш.Баталов, И.Ғ.Кәримова
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина