Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“АГРОМАШ”, ДУП

Просмотров: 1721

“АГРОМАШ”, а.х. ҡорамалдары етештереү пр‑тиеһы. 1941 й. СССР‑ҙың көньяҡ райондарынан эвакуацияланған йыһазландырылған заводтар базаһында “Уфасельмаш” механика з‑ды булараҡ нигеҙ һалына. 1944 й. алып а.х. машиналары (елгәргес, сортлағыс, ашлыҡ һуҡҡыс һ.б.), 1959 й.— а.х. ҡорамалдары (вентилятор, һауа дымлатҡыс, электр энергияһын иҫәпкә алыу щиттары, электр калориферҙары һ.б.) сығарыуға махсуслаша. 1997 й. башлап “А.” ДУП‑ы, Дәүләт проект конструкторлыҡ технологик бюроһы м‑н берләштерелә, 2008 й. ябыла. Пр‑тие БР‑ҙа тәүгеләрҙән булып аҙыҡ һәм химия продукцияһы өсөн бер тапҡыр ҡулланыла торған полипропилен төрөү материалы әҙерләү технологияһын үҙләштерә. Составы: әҙерләү-штамплау, механик йыйыу, гальваник, инструмент-тәж. үткәреү, ремонт-механика, ремонт-төҙөлөш, транспорт цехтары. 1999 й. 344 кеше эшләгән. Продукцияһын ҡулланыусылар — БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре, яҡын сит илдәрҙең ҡошсолоҡ ф‑калары, малс‑ҡ комплекстары, элеваторҙары, мед. учреждениелары.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019